Башҡортостандың Иран иленә бизнес-миссияһы 13 майҙан 16 майға тиклем дауам итә. Делегацияға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Сергей Греков етәкселек итә.
Эшлекле сәфәр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бойомға ашырыла.
"Беҙ бында аныҡ тәҡдимдәр һәм юл картаһы менән килдек, – ти Сергей Греков. – Сәнәғәт, ауыл хужалығы, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт тармағында маҡсат-пландар тормошҡа ашырыласаҡ. Республика тауары экспортының һәм импортҡа алмаштың яңы йүнәлештәрен үҫтерәсәкбеҙ. Төп иғтибар, әлбиттә, нефть һәм газ секторына буласаҡ. Иран – тәбиғи газ запасы һәм нефть буйынса донъяла лидерҙарҙың береһе".
Сәфәрҙең беренсе көнөндә Башҡортостан делегацияһы нефть һәм газ күргәҙмәһендә ҡатнашты. Бүтән көндәрҙә лә эшлекле һөйләшеүҙәр, тығыҙ аралашыуҙар буласаҡ.
Фото: Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сайты.