Көйөргәҙе районындағы игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативына Дамир Байгилдин етәкселек итә. Әлеге көндә иртә яҙғы бойҙай, бөртөклө ашлыҡ сәсеү тамамланған. Етен, көнбағыш сәсеү бөтөп килә, тиҙҙән кукурузға тотонорға торалар.
Бер туҡтауһыҙ ямғыр яуып, эште тотҡарлаһа ла, кооператив хеҙмәтсәндәре бик шат. “Ямғыр яуа икән – иген яуа, малға бесән яуа”, – ти баш агроном Азат Кинйәғолов.
Хужалыҡҡа 15 422 гектар ер бирелгән. 2 мең гектарҙа күп йыллыҡ үлән, 880 гектарҙа кукуруз үҫтерелә. 500 һауын һыйыры бар, уларҙың 180 башы “ҡара-сыбар”, ҡалғандары – “симменталь” тоҡомло. 200-ҙән ашыу хеҙмәтсән араһында йәштәр ҙә күп.
Кооператив көнөнә 7,700 тонна һөт һауып ала. Бер һыйырға көндәлек һауым күләме 15,4 литр тура килә. Һөт Магнитогорск һөт комбинатына, Көйөргәҙе һөт заводына оҙатыла. Һауынсылар Резеда Саттарова, Гәүһәр Төхвәтуллина алдынғылыҡты бирмәй, ҙур уңыштарға ирешә. Водителдәр Азат Мәҡсүтов, Хажиморат Ибраев, механизаторҙар Рауил Миңлебаев, Руслан Мәҡсүтов, Марсель Буранов, Рөстәм Әбүшахмин ең һыҙғанып эшләй.
Юнир Ниғмәтуллин был хужалыҡта механизатор булып 40 йыл хеҙмәт иткән. Улы, хеҙмәт династияһын дауам итеп, ошонда уҡ тракторсы булып эшләй. Юнир Мөҙәрис улы тырыш, күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған.
Киров хужалығы социаль йүнәлештә эшләй. Хеҙмәтсәндәр төшкө һәм киске ашты ашханала бушлай ашай. Алынған килемдең бер өлөшө ауылды төҙөкләндереүгә, дауахана, балалар баҡсаһы, мәктәпте ҡарауға китә. Кешеләргә шәхси хужалығын алып барыуҙа мал аҙығы менән ярҙам итәләр, транспорт бүләләр, йорт һалыусыларға ярҙам ҡулы һуҙалар. Урамдарҙы тәртиптә тотоу, һыу скважиналарын ҡарау, төрлө саралар үткәреү, социаль-мәҙәни объекттарға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеү һ.б. – барыһы ла кооператив иңендә.
Әлеге шифалы яуындар Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы хеҙмәтсәндәренең өмөтөн аҡлаһын, көҙөн мул уңыш алырға насип булһын.
Т. СӘЛИХОВА.
Көйөргәҙе районы.