Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июнь 2022, 12:30

Ирекмәндәр ярҙамға килә

Башҡортостандан 200 ирекмән Сибай ҡалаһындағы IV«Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын үткәреүҙә ҡатнаша.  

Ирекмәндәр ярҙамға килә
Ирекмәндәр ярҙамға килә

Мең ярым ҡунаҡ, стратегик сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр, эш төркөмдәре ултырыштары ойошторолған биш төп майҙансыҡ - быларҙың барыһы ла IV “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында.

Һуңғы бер нисә йыл дауамында Урал аръяғының баш ҡалаһы федераль һәм төбәк власы органдары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй иҡтисадын үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшергән төп майҙансыҡтарҙың береһе статусын нығытты. Әммә бындай мөһим сараны ирекмәндәр ярҙамынан тыш тормошҡа ашырып булмаҫ ине. Быйыл «Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйын үткәреүгә Өфөнән, Бәләбәйҙән, Сибайҙан, Салауаттан, шулай уҡ Мәскәүҙән 200-гә яҡын ҡыҙ һәм егеттәр  йәлеп ителгән.

 - Һуңғы йылдарҙа республикала һәм, дөйөм алғанда, бөтә илдә ирекмәндәр хәрәкәтенә ҙур иғтибар бүленә. Халыҡ-ара кимәлдә ошондай ҙур саралар уҙғарып, беҙ йәштәргә  ойоштороусылар командаһының бер өлөшө булыу, тәжрибә туплау, артабанғы үҫеше өсөн профессиональ сифаттар үҫтереү мөмкинлеген бирәбеҙ, - ти Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Ирекмәндәр үҙ бурысын киләһе йүнәлештәр буйынса башҡара: ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу һәм оҙатыу, аккредитация хеҙмәте, урынлаштырыу хеҙмәте, навигация, протокол хеҙмәте, эшлекле программа ирекмәндәре. Ирекмәндәрҙең күбеһе, йәғни 70 кеше, «Навигация» функцияһына йәлеп ителгән. Волонтер-навигаторҙар ҡунаҡтарҙың һәм ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына алсаҡ һәм дуҫтарса яуап бирергә, форум майҙансыҡтары буйлап юл күрһәтергә, шулай уҡ кәрәк булғанда тәғәйенләнгән урынға тиклем оҙатып барырға әҙер булырға тейеш. 

Ойоштороусылар үҙ яғынан ирекмәндәрҙе Сибайға тиклем трансфер, өс тапҡыр туҡланыу, йәшәү, сараны уҙғарыу ваҡытында функциональ бурыстарын үтәү өсөн кәрәк-яраҡтар менән тәьмин иткән. Бынан тыш, улар өсөн функциональ уҡытыу ойошторолған, ә уның йомғаҡтары буйынса ирекмәндәр кенәгәһенә яҙыуҙар яҙылып, рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Ирекмәндәр ярҙамға килә
Ирекмәндәр ярҙамға килә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: