Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Июнь 2022, 22:45

Беҙҙең аграрийҙар “Росагролизинг” программаларында әүҙем ҡатнаша

Июнь аҙағына тиклем агролизинг программаһында ҡатнашырға теләгән ауыл хужалығы етештереүселәренән ғаризалар көтәләр. 

Беҙҙең аграрийҙар “Росагролизинг” программаларында әүҙем ҡатнаша
Беҙҙең аграрийҙар “Росагролизинг” программаларында әүҙем ҡатнаша

Бөгөн XXV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Павел Косов менән осрашты. Улар республикалағы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр менән “Росагролизинг” йәмғиәте араһында үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлеге буйынса фекер алышты.

“Росагролизинг” 2019 йылдан ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу буйынса федераль льготалы программаларҙы тормошҡа ашыра, уларҙа Башҡортостан аграрийҙары ла әүҙем ҡатнаша.

– Уҙған 2,5 йылда республикаға лизинг буйынса дөйөм алғанда 5,2 миллиард һумлыҡ 926 берәмек төрлө техника тапшырылған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө-дүртенсе урынды биләй, – тине Радий Хәбиров. – Республика шулай уҡ “Әҙер ферма”  пилот проектын тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһына. Беҙҙең сәнәғәт предприятиелары каркас-тент конструкциялары сығарып, уларҙы “Росагролизинг” ҡатнашлығында заказсыларға оҙата ала.

Павел Косов махсус акцияның башланыуы тураһында хәбәр итте. Уға ярашлы ауыл хужалығы техникаһы етештергән ҙур предприятиелар үҙҙәренең пландарын “Росагролизинг” программалары менән бәйләй.

– Июнь аҙағына тиклем агролизинг программаһында ҡатнашырға теләгән ауыл хужалығы етештереүселәренән ғаризалар көтәбеҙ, – тине Павел Косов.

Осрашыу аҙағында “Росагролизинг” йәмғиәтенең генераль директоры 7–14 августа Ленинград өлкәһендә ер һөрөү буйынса IX асыҡ Рәсәй чемпионаты үткәрелеүе тураһында һөйләне. Быйыл унда Башҡортостандан Мәләүез һәм Тәтешле райондары механизаторҙары ҡатнаша.

Башҡортостан Башлығы киләһе чемпионатты республикала үткәрергә тәҡдим итте.

– 2017 йылда беҙ ошондай уҡ тракторсылар турнирын ҡабул иткәйнек. Башҡортостан баҫыуҙарында Х Рәсәй чемпионатын ойошторорға әҙербеҙ. Республика бындай кимәлдәге сараларҙы үткәрә белә, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: