Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Июнь 2022, 12:15

Радий Хәбиров: “Эште башлайбыҙ. Пландар ҙур”

Башҡортостан Башлығы Петербург иҡтисади форумы тураһында яҙып сыҡты.

Радий Хәбиров: “Эште башлайбыҙ. Пландар ҙур”
Радий Хәбиров: “Эште башлайбыҙ. Пландар ҙур”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумына ҡағылышлы яҙма менән уртаҡлашты.

“XXV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында эшләй башлайбыҙ. Пландар ҙур.

Бөгөн “Автодор” дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко менән республикабыҙҙа юл төҙөү буйынса мегапроекттарҙы тикшерҙек.

Медицинала – һуғыш ветерандарының клиник госпитален төҙөүҙе планлаштырҙыҡ. Уны йыһазландырыу ҙа мөһим мәсьәлә, был йәһәттән яңы кимәлгә күтәрелергә теләйбеҙ. Госпиталь заманса булырға тейеш. Ветерандарҙың, шул иҫәптән локаль конфликттар ветерандарының һаулығын хәстәрләү – өҫтөнлөклө бурысыбыҙ.

Мәғариф өлкәһендә – Өфөлә 360 урынлыҡ математика лицей-интернатын төҙөү проекты буйынса эш алып барабыҙ.

Инфраструктура йәһәтенән – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөнөң Ағиҙел аръяғындағы биләмәһен һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү проекты буйынса ДОМ.РФ менән килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләйбеҙ.

Туризмды үҫтереүгә инвестиция тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыуҙы планлаштырабыҙ, атап әйткәндә, “Туризм.РФ” корпорацияһы менән.

Форумда донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы проекты менән таныштырабыҙ.

График тығыҙ, осрашыуҙар ҙа, бурыстар ҙа күп. Эшләйбеҙ”, – тип яҙҙы республика Башлығы.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

 

Радий Хәбиров: “Эште башлайбыҙ. Пландар ҙур”
Радий Хәбиров: “Эште башлайбыҙ. Пландар ҙур”
Радий Хәбиров: “Эште башлайбыҙ. Пландар ҙур”
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в