Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Июнь 2022, 16:45

Электрон ҡултамғаны алдан алып ҡалығыҙ

Федераль һалым хеҙмәтенең раҫлау үҙәге биргән сертификаттар ғына ҡулланыла ала.

Электрон ҡултамғаны алдан алып ҡалығыҙ
Электрон ҡултамғаны алдан алып ҡалығыҙ

Быйыл 1 ғинуарҙан Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең раҫлау үҙәгенә ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар һәм нотариустар өсөн квалификациялы электрон ҡултамғалар сығарыу вәкәләте бирелде.

Һалым органдары был түләүһеҙ дәүләт хеҙмәтен алдан уҡ – былтыр 1 июлдән тормошҡа ашыра башлағайны. 2021 йылдың 1 июленә тиклем коммерция раҫлау үҙәктәренән алынған электрон ҡултамға сертификаттарының ғәмәлдә булыу ваҡыты быйыл 1 ғинуарҙа тамамланды. Әле иһә Федераль һалым хеҙмәтенең раҫлау үҙәге биргән сертификаттар ғына ҡулланыла ала.

Республиканың һалым органдары ҡултамғаның ғәмәлдә булыу срогы тамамланғанға тиклем үк яңыһын алыу хәстәрлеген күрергә кәңәш итә. Был электрон документтарға ҡул ҡуйыу, һалым отчетын тапшырыу менән бәйле проблемаларҙан ҡотолоу мөмкинлеген бирәсәк. Электрон ҡултамға шулай уҡ документтарҙы электрон төрҙә дәүләт органдарына ебәрергә, килешеү төҙөргә ярҙам итә.

Сертификатты теләһә ҡайһы һалым органында алырға була. Әле Башҡортостандағы һалым инспекциялары нигеҙендә квалификациялы электрон ҡултамға биреү буйынса 14 пункт эшләй. Ғариза биреүсегә үҙе менән Федераль именлек хеҙмәте йәки Федераль техник һәм экспорт контроле хеҙмәте тарафынан раҫланған мәғлүмәт сығанағын (USB-token), шәхес таныҡлығын, СНИЛС, ИНН алырға кәрәк.

Квалификациялы электрон ҡултамға һалым органында идентификация үтеп, тәҡдим ителгән мәғлүмәттәр тикшерелгәс кенә тапшырыла. Киләсәктә ҡултамғаны яңынан сығарырға теләгәндәр быны Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы интерактив сервистар аша ситтән тороп эшләй ала.

Фото: itavda.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: