Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июнь 2022, 18:30

Аграрийҙарға 3,7 миллиард һум бүленде

“Был пландың яҡынса 90 процентын тәшкил итә”, – тине Андрей Назаров.

Аграрийҙарға 3,7 миллиард һум бүленде
Аграрийҙарға 3,7 миллиард һум бүленде

Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге Хөкүмәт ултырышында “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы, аҙығы баҙарын көйләү” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе ҡаралды.

“Сәсеү эштәре уңышлы тамамланды. Ике миллион гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы культуралар сәселде. Республика аграрийҙарына 3,7 миллиард һум дәүләт ярҙамы бүленде, был пландың яҡынса 90 процентын тәшкил итә. Ете миллиард һумдан ашыу суммаға ташламалы кредиттар йәлеп ителде. Машина-трактор паркын яңыртыу буйынса әүҙем эш алып барыла, инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла”, – тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, Ауыл хужалығы министрлығы әҙерләгән документ проекты урта һәм оҙайлы осорға социаль-иҡтисади үҫеште күҙаллап төҙөлгән һәм кризисҡа ҡаршы сараларҙы ла иҫәптә тотҡан.

Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышы һөҙөмтәләре буйынса тәҡдим ителгән документ хупланды.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: