Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Мәскәүҙә Европаның иң эре "Аҙыҡ-түлек ҡалаһы" ауыл хужалығы кластеры "Перспектива" халыҡ-ара форумын башланы.
Почетлы ҡунаҡтарҙың береһе итеп Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов саҡырылғайны. Ул сарала ҡатнашыусыларға республиканың иҡтисади һәм инвестиция потенциалы тураһында һөйләне, агросәнәғәт комплексының уңыштары менән таныштырҙы. Бынан тыш, республикала "Подымалов" агросәнәғәт паркын булдырыу проекты тураһында белдерҙе.
"Башҡортостандың иң эре ауыл хужалығы холдингтарының береһен - майҙаны 200 гектар булған агросәнәғәт паркын булдырыу проектын тормошҡа ашырырға ниәтләйбеҙ. Шулай итеп, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм күмәртәләп һатыу инфраструктураһы булдырыласаҡ. Был ҙур комплекста ваҡ һәм күмәртәләп һатыу зоналары, машиналарҙан, стационар булмаған объекттарҙан сауҙа итеү, беренсел эшкәртеү, продукцияны төрөү, ҡалдыҡтарҙы утилләштереүгә, эшкәртеүгә әҙерлек терминалы һәм башҡалар буласаҡ", — тине Илшат Фәзрахманов.
Проектты тормошҡа ашырыу федераль һәм төбәк ҡаҙналарынан ярҙам саралары йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. "Подымалов" агропаркын булдырыу ауыл хужалығы продукцияһына тотороҡло ихтыяжды тәьмин итеүҙә, шулай уҡ импортҡа алмаш мәсьәләһен хәл итеүҙә мөһим аҙым булып тора. Илшат Фәзрахманов шулай уҡ республиканың инвестиция эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү буйынса ағымдағы саралар тураһында һөйләне.
"Перспектива" халыҡ-ара ауыл хужалығы форумы 30 июнгә тиклем дауам итәсәк. Платформа ватан һәм сит ил компаниялары араһында һөйләшеүҙәр алып барыу, тәжрибә алмашыу, Рәсәй агросәнәғәт комплексының экспорт потенциалын үҫтереү һәм етештереүҙең яңы технологияларын индереү өсөн ойошторолған. Сараның эшлекле өлөшөндә тематик бүлектәр, эре экспортерҙар, импортерҙар, сит ил һәм ватан инвесторҙары менән "түңәрәк өҫтәл"дәр эшләйәсәк. Ҡатнашыусылар ауыл хужалығы тармағы, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын, малсылыҡ өлкәһен, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген, агросәнәғәт комплексын финанслау, дәүләт ярҙамы һәм башҡа күп мәсьәләләрҙе күтәрәсәк.
"Перспектива" форумының үҙенсәлеге — уның ғәмәли йүнәлеше, ауыл хужалығын үҫтереүҙең аныҡ мәсьәләләренә иғтибарҙы йүнәлтеү. Һәр ҡатнашыусы дәүләт ярҙамы саралары тураһында мәғлүмәт аласаҡ, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү федераль корпорацияһы эксперттарынан кәңәштәр аласаҡ.
Фото: ar.egemen.kz