Екатеринбургтағы “Иннопром-2022” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингы күрһәткестәре менән таныштырҙылар. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
2021 йыл йомғаҡтары буйынса республикабыҙ Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылыҡты һаҡлап ҡалды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе яуланы.
Мәғлүм булыуынса, рейтинг былтырҙан башлап илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы методикаһы буйынса төҙөлә һәм 53 күрһәткесте иҫәпкә ала. Улар төбәктең иҡтисади үҫеш динамикаһын, сәнәғәтте үҫтереү институттарының эшмәкәрлеген һәм уға дәүләт ярҙамы сараларын, бизнестың әүҙемлеген, шулай уҡ Рәсәй Сәнәғәтте үҫтереү фонды менән үҙ-ара эш итеүҙе сағылдыра.
Илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров Башҡортостан етәкселегенең төбәк сәнәғәтен үҫтереү буйынса эш һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
– Бөтә күрһәткестәр буйынса Башҡортостан рейтингта икенсе тапҡыр рәттән беренсе урын яуланы, – тине ул. – Бында ошо һөҙөмтәне тәьмин иткән республикалағы идара итеү командаһының тырышлығы ҙур.
Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында эшкә юғары баһа биргән өсөн рәхмәт әйтте һәм республиканың сәнәғәт сәйәсәтенең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнешен айырып билдәләне.
– Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тәҡдим иткән киң алымдарҙы файҙаланырға тырышабыҙ. Улар – индустриаль һәм технопарктар, кластер сәйәсәте алымдары. Быйыл илдә беренсе йыһаз кластерын эшкә ҡуштыҡ. Унда Татарстандан коллегаларыбыҙ инде, – тине Башҡортостан Башлығы. – Күптән түгел Белоруссияның “АМКОДОР” компанияһы етәкселеге менән осраштыҡ. Ул беҙҙең “Өфө” индустриаль паркында етештереүҙе ойоштормаҡсы. Ғәмәлдәге алымдарҙы ҡулланып, алға барабыҙ. Ошо эштә ярҙам күрһәткән өсөн ҙур рәхмәт!
Сығышының аҙағында Радий Хәбиров Өфөлә кадрҙар мәсьәләһе буйынса координация кәңәшмәһе үткәрергә тәҡдим итте.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press