Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Июль 2022, 12:05

Бер юлы өс быҙау тыуған!

Тәбиғәт биргән был бүләк – бик һирәк күренеш.

Бер юлы өс быҙау тыуған!
Бер юлы өс быҙау тыуған!

Саҡмағош районының Ленин исемендәге хужалығында өсләтә шатлыҡ – бер юлы өс быҙау тыуған. Ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр ҙа, быҙауҙар ҙа үҙҙәрен һәйбәт тоя. Ике үгеҙ быҙауҙың ауырлығы – 30, берәүһенеке 22 килограмм булған.

Белгестәр әйтеүенсә, был – бик һирәк күренеш һәм ете мең һыйырҙан береһенән генә бер юлы өс быҙау тыуыуы ихтимал.

Фото: Саҡмағош районы хакимиәтенән.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в