Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Август 2022, 21:30

Икмәк булһа, йыр ҙа булыр

Яңауыл районында "Баҫыу көнө" семинар-кәңәшмәһе юғары кимәлдә үтте

Икмәк булһа, йыр ҙа булыр
Икмәк булһа, йыр ҙа булыр

10 августа “Баҫыу көнө” төбәк семинар-кәңәшмәһе Яңауыл районының “Юлдаш” ауыл хужалығы предприятиеһы базаһында үтте. Унда ерҙе эшкәртеү, республиканың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарына тура килгән культураларҙы үҫтереү үҙенсәлектәрен тикшерҙеләр.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры Әнүәр Шакирйәновтың фекеренсә, быйыл республиканың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығышында ужым арышы үҙен яҡшы күрһәтә, айырыуса Башҡортостан шарттарында сығарылған сорттар. Мәҫәлән, күргәҙмә баҫыуында үҫкән яңы “Сулпан 9” сорты.

– Республиканың төньяҡ райондарында ужым арышы менән ужым бойҙайының ҡушып сығарылған гибридты тәҡдим итәбеҙ, ул үҙенең туҡлыҡлығы буйынса кукуруздан ғына ҡалыша. Мәҫәлән, Яңауыл хужалыҡтары был культураның орлоҡтарын һатып алды. Шулай уҡ "өлгө" баҫыуҙарында “Экада” серияһынан ярауай бойҙай сорты күрһәтелгән. Төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында “Экада 265” сорты үҙен яҡшы күрһәтә. Бында ужым шипкәне яҡшы үҫә, – тип уртаҡлашты Әнүәр Шакирйәнов.

Ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостан дәүләт аграр университеты профессоры Игорь Кузнецов “Баҫыу көнө” семинарҙарының мөһимлеген билдәләне: уларҙың үҙенсәләге шунда – ауыл эшсәндәре яңы техника һәм технологиялар менән таныша ала. Уның әйтеүенсә, семинар-кәңәшмәлә ҡатнашып, һәр төбәккә ауыл хужалығы культуралары сорттарын һәм гибридтарын уйлап һайлау мөһимлегенә инанаһың.

Әйтергә кәрәк, Яауыл районы "Баҫыу көнө" семинар-кәңәшмәгә бик етди әҙерләнгән. Унда ҡатнашыусылар ошо хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә лә ихлас уртаҡлашты.

Фото: https://vk.com/mryanaulraion.  

Икмәк булһа, йыр ҙа булыр
Икмәк булһа, йыр ҙа булыр
Икмәк булһа, йыр ҙа булыр
Икмәк булһа, йыр ҙа булыр
Икмәк булһа, йыр ҙа булыр
Икмәк булһа, йыр ҙа булыр
Икмәк булһа, йыр ҙа булыр
Икмәк булһа, йыр ҙа булыр
Икмәк булһа, йыр ҙа булыр
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: