Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Сентябрь 2022, 16:25

Экспортҡа ярҙам итеү тәжрибәһе ҙур

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Бөтә Рәсәй экспортҡа ярҙам үҙәктәре конкурсының видеоконференция рәүешендәге ултырышында ҡатнашты.

Экспортҡа ярҙам итеү тәжрибәһе ҙур
Экспортҡа ярҙам итеү тәжрибәһе ҙур

Видеоконференция рәүешендә “Ярҙам лидерҙары. Экспортта ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар” Бөтә Рәсәй экспортҡа ярҙам үҙәктәре конкурсы ултырышы уҙҙы.

Андрей Назаров Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙарҙың экспортта ҡатнашыуына ярҙам буйынса тупланған тәжрибә тураһында һөйләне. Ул билдәләгәнсә, һуңғы йылдарҙа республикала экспортҡа ярҙам буйынса ярайһы уҡ йоғонтоло инфраструктура булдырылған. Төбәктең сит илдәрҙәге – Ҡаҙағстандағы, Төркиәләге, Белоруссиялағы һәм Үзбәкстандағы – вәкилдәре лә экспорт-инвестиция ҡеүәттәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

“Тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса, беҙ республиканың тышҡы сауҙа әйләнешенең 19 процентҡа артыуын теркәнек, экспорт күләме 25 процентҡа артты, сеймалға ҡарамаған һәм энергетикаға бәйле булмаған тауарҙарҙың экспорты 31 процентҡа артты. Был төбәктең дөйөм экспортының 66,4 проценты тигән һүҙ. Ыңғай һөҙөмтә көрсөккә ҡаршы дүртенсе республика пакетын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды”, – ти Премьер-министр.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: