Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов кисә "ОТР" телеканалы эфирында төбәктә 2019 йылдан алып үткәрелгән транспорт реформаһы һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, ошо ваҡыт эсендә «Башавтотранс» дәүләт ташыусыһы ҙур, уртаса һәм бәләкәй һыйҙырышлы меңдән ашыу автобус һатып алған. Тағы ла 250 берәмек автобусты шәхси милекселәр һатып алған. «Күрелгән бөтә саралар автобустарҙың уртаса йәшен 3-4 йәшкә тиклем ҡыҫҡартты», — тип белдерҙе Руслан Ғарипов. Автобус паркынан тыш электр транспорты ла яңыртыла. Быйыл 9 яңы троллейбус һатып алынған, тағы ла 45 троллейбус алыуға килешеү төҙөлгән.
Юлдарҙы һәм күперҙәрҙе төҙөкләндереүгә килгәндә, был миҙгелдә Башҡортостанда "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" федераль программаһы буйынса 141 километр юл һалынған, 62 километр юл төҙөкләндерелгән. Руслан Ғарипов шулай уҡ киләһе йылда Урал аръяғы юлдарында күләмле ремонт эштәре башланасаҡ тип вәғәҙә бирҙе.
Эре инвестиция проекттарынан Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереү һәм 2023 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейешле Өфөгә Көнсығыш инеү юлы төҙөлөшөн билдәләне Руслан Ғарипов. Был объекттарҙа эштәр ваҡытынан алда алып барыла.
Фотолар "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды.