Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ноябрь 2022, 16:00

Ергә бәйле ҡануниәт теүәл үтәлә

Ер участкаһы буйынса тыуған мәсьәләләр бары прокуратура аша хәл ителергә тейеш.

Ергә бәйле ҡануниәт теүәл үтәлә
Ергә бәйле ҡануниәт теүәл үтәлә

Башҡортостан буйынса Дәүләт реестры 2023 йылдың аҙағына тиклем федераль ер мәсьәләләрен күҙәтеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә планлаштырылған саралар планының мөҙҙәттен оҙайтты. Атап әйткәндә, арбитраж идарасылары һәм кадастр инженерҙары тарафынан тикшереүҙәр туҡтатылды.

— 2023 йылдың аҙағына тиклем граждандарға һәм предприятиеларға ҡарата планлы тикшереүҙәр үткәрмәйәсәкбеҙ. Был йәһәттән Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы физик шәхестәргә һәм бизнесҡа ҡарата алдағы йылда тикшереүҙәр менән килмәне, тикшереүҙәр үткәрмәне, — тине Башҡортостан буйынса Росрестр департаменты етәксеһе Петр Клец.

Билдәләп үтергә кәрәк, 2022 йылдың мартынан планлы, шулай уҡ пландан тыш тикшереү саралары туҡтатылды, шуға бәйле ведомство белгестәре 2022 йылдың 10 айында ер файҙаланыусылар менән үҙ-ара эш итмәйенсә 1990 контроль сараһы үткәрҙе. Шуларҙың 1314-е — ер участкаһына тикшереү, фотофиксация һәм инструменттар ярҙамында тикшереүҙәр үткәреү булған, 676 осраҡта мотлаҡ талаптарҙың үтәлеүе күҙәтелә. Шулай уҡ 40-тан ашыу иҫкәртеү сараһы күрелгән.

Төбәк Росрестр башлығы әйтеүенсә, 2023 йылдағы сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып, дәүләт инспекторҙары ер ҡануниәтенең мотлаҡ талаптарын боҙоуға юл ҡуймау, ер файҙаланыусыларҙы йәлеп итмәйенсә контроль саралары үткәреү буйынса эште дауам итәсәк.

Ерҙе файҙаланыусылар менән үҙ-ара эш итергә тура килгән орсаҡта барлыҡ тикшереүҙәр прокуратура менән килешеп кенә башҡарыласаҡ.

 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: