1 декабрҙә 16 сәғәт 30 минутта “Беҙҙең документтар” күп функциялы үҙәге, “Башҡортостанда бизнес. Уңыш тарихтары” проектына ярашлы, эшҡыуар менән тура эфир ойоштора.
Быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрелгән сарала Өфөлә тыуып үҫкән, хәҙер PR агентлығы һәм берҙән-бер сертификаты булған PR академияһы етәксеһе, шәхси бренд хужаһы Регина Штягина.
Башҡортостандың күп функциялы үҙәге етәксеһе урынбаҫары Эльвира Ғабдрахманова һүҙҙәренә ҡарағанда, проект, Башҡортостандың уңышлы эшҡыуарҙарының эш тәжрибәһен өйрәнеп, граждандарҙы эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Фото: pravitelsyvorb.ru