Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Декабрь 2022, 23:15

Ике йылда сафҡа инде

Радий Хәбиров: "Иҡтисад үҫешә, электр энергияһы күберәк кәрәк".

Ике йылда сафҡа инде
Ике йылда сафҡа инде

Бөгөн “Интер РАО” холдингыһына ҡараған Башҡортостан генерациялау компанияһының Ҡарман ГРЭС-ында 3-сө энергия блогын яңыртҡандан һуң эшләтеп ебәрҙеләр.

Тантаналы сарала онлайн режимда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм холдингтың генераль директоры Борис Ковальчук та ҡатнашты. Улар энергия блогын эшләтеп ебәреүҙе Республикаға идара итеү үҙәгендә ҡараны.

Шулай уҡ етәкселәр үҙәктә иҡтисади, аналитик, социаль коммуникациялар һәм мәғлүмәт блоктары эше менән дә танышты. Барыһы хаҡында Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская бәйән итте.

Тантаналы сараға килгәндә, Радий Хәбиров билдәләүенсә, был проектҡа 2,4 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп ителгән. Эш 2020 йылда башланған һәм бөгөн блок сафҡа ла инде. Энергия блогын яңыртыуҙың сәбәбе шунда – ул иҫкергән. Эш һөҙөмтәһендә яғыулыҡҡа экономия барлыҡҡа килгән һәм ҡулланыу ваҡыты мөмкинлеге лә артҡан.

Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙә холдинг коллективын, шулай уҡ бар республика халҡын ошо әһәмиәтле сара менән ҡотланы.

"Был Президент программаһы буйынса яңыртылған проекттарҙың Башҡортостанда беренсеһе булһа, Рәсәйҙә шулай уҡ тәүгеләрҙең береһе. Республикала иҡтисад үҫешә, электр энергияһын ҡулланыу арта, шуға мөһим көн бөгөн", - тип яҙҙы республика Башлығы.

Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Ике йылда сафҡа инде
Ике йылда сафҡа инде
Ике йылда сафҡа инде
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: