Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән:
"Бөгөн Өфөлә башланған "Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022" барышында Башҡортостан Хөкүмәте исеменән торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә мәғлүмәт технологиялары өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн ипотека кредиттары буйынса процент ставкаһын кәметеү механизмын әҙерләү мәсьәләһе буйынса Башҡортостан Хөкүмәте һәм "ДОМ.РФ" акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
Мәсьәлә мөһим. Хәтерегеҙгә төшөрәм, ил Президенты Владимир Путин быйыл март айында Рәсәйҙә IT тармаҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙең тиҙләтелгән саралары тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Һалым йөкләмәһен кәметеү, тикшереүҙәргә мораторий, яңы проекттарға бушлай гранттар, льготалы кредит биреү ҡаралған. Был саралар араһында IT белгестәр өсөн йылына биш процентҡа тиклемге ставка менән льготалы ипотека айырым урын биләй. "ДОМ.РФ" менән берлектә процент ставкаһын кәметеү шарттарын билдәләйәсәк тейешле норматив хоҡуҡи акт проектын әҙерләргә планлаштырабыҙ. Артабан эшләйбеҙ".
Фото Алан Марзаевтың сәхифәһенән.