“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумында Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында килешеү төҙөлдө.
Был оло йыйынға 20-нән ашыу ил эшҡыуарҙары килгән, шул иҫәптән Ҡаҙғстандан – 11 компания вәкилдәре. Улар беҙҙең республика белгестәре менән “Башҡортостан - Ҡаҙағстан: кооперацияны тәрәнәйтеү мөмкинлектәрен тикшереү” тигән секцияла фекер алышты. Үҙ төбәктәренең иҡтисади мөмкинлектәре хаҡында был илдең Ҡарағанда, Ҡустанай, Аҡтүбә өлкәләре вәкилдәре сығыш яһаны.
Форум сиктәрендә Ҡаҙағстанға кер йыуыу порошогы етештереү өсөн сеймал һатыу тураһында килешеү төҙөлдө, шулай уҡ минераль ашлама һатыу хаҡында һөйләшеү бара.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.