Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Декабрь 2022, 23:30

Сәнәғәт үҫеше өсөн яңы юлдар күп

Денис Мантуров менән Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Сәнәғәт үҫеше өсөн яңы юлдар күп
Сәнәғәт үҫеше өсөн яңы юлдар күп

Бөгөн, 24 декабрҙә, Сәнәғәт буйынса координация советы ултырышы йомғаҡтары буйынса Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Башҡортостандың сәнәғәт ҡеүәтен нисек баһалайһығыҙ тигән һорауға Денис Мантуров:

– Төп сара - төбәктәрҙә сәнәғәт сәйәсәте һәм сауҙа өсөн яуаплы етәкселәрҙең Координация советынан тыш, бөгөн Радий Фәрит улы менән республика предприятиелары менән таныштыҡ, яңы "Фармстандарт-ӨфөВИТА" цехын эшләтеп ебәрҙек, "ПромҮҙәк" индустриаль паркының яңы майҙансығын астыҡ, төбәктең мәғлүмәт ағымдары тупланған Республкаға идара итеү үҙәгенә барҙыҡ. Кешеләргә ҡарата асыҡ булыу мөһим – был заман талабы, - тип яуап бирҙе. – Республикала федераль ярҙам саралары менән бергә сәнәғәт ҡеүәтен үҫтереү буйынса бөтә төбәк саралары ла һөҙөмтәле ҡулланыла. Миҫал - Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды. Уны капиталлаштырыу - 1,2 миллиард һумдан ашыу. Федераль фонд менән уртаҡ программалар ҙа бар: займдарҙың 30 проценты - урындағы фондтан, 70 проценты - Рәсәй ҡаҙнаһынан. Коллегалар сәнәғәт ипотекаһы мөмкинлектәрен дә әүҙем файҙаланырға ниәтләй. Был индустриаль парктарҙы үҫтереү буйынса һөҙөмтәле механизмдар. Төбәктә ундай майҙансыҡтар бик күп – 30 самаһы. Уларҙың күптәре федераль Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы реестрында теркәлгән. Был Рәсәй Федерацияһы тарафынан льготалар һәм өҫтөнлөктәр алыу мөмкинлеген бирә.

Төбәктә сәнәғәттең бөтә йүнәлештәре лә тиерлек бар: металлургия, химия предприятиелары, авиация индустрияһы (вертолеттар, пилотһыҙ авиация, авиадвигателдәр етештереү). Перспективалы тармаҡтар иҫәбендә - фармацевтика һәм еңел сәнәғәт. Төбәктә улар  әүҙем үҫешә. Киләсәктә Башҡортостан башҡа инновациялы йүнәлештәрҙе лә тәҡдим итер, тип ышанабыҙ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров һорауға былай тип яуап бирҙе:

– Республика үҫешә, сәнәғәт тотороҡло эшләй. Беҙ федераль ярҙам сараларын әүҙем файҙаланабыҙ һәм Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы билдәләгән бөтә институттар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бында Денис Валентиновичҡа һәм командаһына  ҙур рәхмәт. Йыл һайын яңы проекттар, мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Әммә башҡараһы эштәр байтаҡ әле. Хатта индустриаль парктар буйынса һөйләгәндәребеҙ ҙә: беҙҙә улар 30-лап – ярайһы уҡ ҙур һан. Бөгөн "ПромҮҙәк"тә ун мең квадрат метрлыҡ яңы майҙансыҡты сафҡа индерҙек. Бизнес яғынан ҙур ихтыяж булыуын күрәбеҙ. Сәнәғәт предприятиелары федераль ярҙам алғанға, урындағы етәкселәрҙең таланты, ныҡышмалылығы, Башҡортостан халҡының эш һөйөүсәнлеге арҡаһында төбәк иҡтисады йылдам үҫешә.

Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына, Рәсәй Хөкүмәте сәнәғәт экспортына ярҙам күрһәтеү, өҫтөнлөклө импортты тәьмин итеү саралары хаҡында Денис Мантуров былай тип һөйләне:

– 2022 йылдың мартында уҡ оператив саралар күрҙек. Был таможня яғынан "йәшел коридор", киҫкен импорт буйынса таможня пошлиналарын кәметеү һәм башҡа саралар. Экспортёрҙарыбыҙ буйынса логистик ярҙам да ошо рәттә. Бөтә механизмдар ҙа ваҡытында булды һәм һөҙөмтәләрен бирҙе. 2022 йылдың туғыҙ айындағы яҡынса параметрҙарҙы алһаҡ, беҙҙең экспорт менән импорт былтырғы кимәлдә тиерлек һаҡланған.

Икенсе кварталдың тәүге айҙарында, импорт ҡапыл кәмегән саҡта, был экспорт-импорт операцияларына билдәле бер дисбаланс индерҙе. Яйлап барыһы ла тигеҙләнә. Ваҡытында күрелгән бөтә саралар ҙа һөҙөмтә бирҙе. Көнбайыш илдәренең санкция баҫымына ҡарамаҫтан, республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше үҫә.

2023 йылда республиканың ниндәй баҙарҙарға, ниндәй илдәргә йүнәлеш алыуы күҙ уңында тотола, экспорт конъюнктураһы нисек тә булһа үҙгәрерме тигән һорауға Радий Хәбиров:

- Әлбиттә, беҙ әҙер һәм беҙҙе көткәндәр менән хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ. Шул уҡ ваҡытта предприятиеларҙың бик үк дуҫ булмаған илдәр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге лә дауам итә. Санкцияларға ҡарамаҫтан, көнбайыш предприятиеларына, һис шикһеҙ, беҙҙең менән эшләү ҡыҙыҡлы. Быларҙың барыһы ла төрлө ысулдар менән башҡарыла һәм беҙҙең тауар әйләнешенә инә. Әммә хәҙер төп иғтибарҙы беҙҙең менән эшләргә теләгән дәүләттәргә йүнәлтәбеҙ. БДБ илдәренең ҡайһы берҙәре сәнәғәтте әүҙем үҫтерә. Беҙҙә Беларусь айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Унда йыш йөрөйбөҙ, Башҡортостан вәкиллеген астыҡ, берлектәге проекттарыбыҙ бар. Был дәүләт – республиканың мөһим һәм төп партнерҙарының береһе. Әле Өфө - Минск тура рейсын асыу өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. 2023 йылдың мартында ыңғай ҡарарҙар булыр тип уйлайым. Үзбәкстан да йылдам үҫешә һәм беҙгә уның менән эшләү бик оҡшай. Бер нисә миллиард һумлыҡ берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырабыҙ.

Ҡаҙағстан да республикабыҙға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә. Беҙҙең күптәнге тарихи нигеҙе булған мөнәсәбәттәребеҙ бар, әммә хеҙмәттәшлек итеү өсөн яңы өлкәләр ҙә асабыҙ.

Фото: glavarb.ru

Сәнәғәт үҫеше өсөн яңы юлдар күп
Сәнәғәт үҫеше өсөн яңы юлдар күп
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: