Ауылдан айырмалы, ҡалала ғүмер итеүселәр йыш ҡына, бигерәк тә ҡыш осоронда коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең артыуына ныҡ зарлана. “Ни өсөн был айҙа түләүҙәр артып килгән?”, “тышта һауа температураһы минус 10, ә йорттарға йылыны артыҡ биргәндәр”, “фатирҙа түҙеп торғоһоҙ эҫе” тигән һәм башҡа мәрәжәғәттәр даими килә. Ошо һәм бүтән һорауҙарға “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында белгестәр яуап бирҙе.
Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк тарифтар тураһында һөйләне.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова социаль селтәрҙәрҙә әүҙем яҙышыуына баҫым яһаны, кешеләрҙең бөтә һорауҙарына ла яуап биреүен айырым билдәләне. Ирина Александровна әйтеүенсә, киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерлек яҙ айынан алып көҙгәсә дауам итә. Ошо ваҡытҡа әҙерлек паспортын хәстәрләгәндәр һыуыҡ һәм оҙайлы ҡышты бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ сыға. Идарасы компанияның бурысына яуаплы ҡарауы йылытыу миҙгелен аварияһыҙ сығыуға килтерә.
Төрлө "ҡара эштәр"гә ваҡытында кәртә ҡуйыу маҡсатында һәр ведомство өҫтөнән күҙәтеү органдары булдырылған. Мәҫәлән, “БашРТС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры Тимофей Дубровскийҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, бынан ике йыл элек төҙөлгән йылылыҡ буйынса инспекция кешеләрҙең мәнфәғәтен хәстәрләй. Йылылыҡҡа яуап биргән инспекторҙар йылы биреү буйынса узелдың һәм коммуникацияларҙың торошон ваҡытында ҡараған, ҡоролмаларҙың тейешле документын һәм паспортын тикшергән.
– Сатлама һыуыҡта – ҡыш уртаһында авария булмай тип берәү ҙә гарантия бирә алмай, – тип һөйләй “Өфө инженер селтәре” муниципаль унитар предприятиеһы директоры Максим Петров. – Әгәр инде ул була ҡалһа, оператив рәүештә хәлде төҙәтергә тейешбеҙ. Әйткәндәй, һыу, электр йәки йылылыҡ булһынмы, хәҙер халыҡ барыһын да экономияларға өйрәнде. Был, әлбиттә, ыңғай күренеш.
Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Артур Дәүләтшин, үҙ һөнәренә яуаплы ҡарағандар менән эш итеү ифрат уңайлы, тине.
Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан, 2023–2024 йылдар һуҙымында, 435 километр йылы һәм һыу менән тәьмин иткән селтәрҙәрҙе ремонтларға тейеш. Күләмле ремонт эштәре коммуналь селтәрҙәрҙе үҙгәртеп ҡороу буйынса яңы программа нигеҙендә бойомға ашырыласаҡ.
Рәсәй Хөкүмәте төбәктәргә 2023–2027 йылдарға иҫәпләнгән программаны әҙерләргә ҡушҡан, Башҡортостан илебеҙҙә өр-яңы программаны беренселәрҙән эшләгән. Ошо программа федераль бюджеттан – 80 процент, республика бюджетынан 20 процент күләмендә финансланасаҡ.
Фото: Илдар Аҡъюлов.