2021 йыл йомғаҡтарына ярашлы, беҙҙең республика көнәркәшлекте үҫтереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 31-се урындан етенсе урынға күтәрелде. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә уртаҡлаша.
Был рейтингты Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы илдең Монополиялыҡҡа ҡаршы хеҙмәте менән бергә төҙөгән.
Йыл барышында республиканың ошо йүнәлештә эшләгән командаһы эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса ла, ҡулланыусыларҙың Башҡортостанда етешерелгән тауар һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр буйынса ҡәнәғәтләнеү кимәлен күтәреү маҡсатында ла күп сараларҙы тормошҡа ашырҙы.
“Көнәркәшлектең юғары кимәлдә булыуы – баҙар иҡтисадының йәшәү һәм үҫеү шарты ул”, – тип яҙа Андрей Назаров. – “Шуға күрә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала көнәркәшлекте үҫтереү буйынса 2020 – 2025 йылдарға саралар планын раҫланы”.
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.