2022 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, норматив талаптарға яуап биргән терәк селтәре юлдары оҙонлоғо 63 проценттан артасаҡ. Был – транспорт күп йөрөгән федераль һәм төбәк юлдары.
Былтыр юл фонды аҡсаһы күләме 42 миллиард һумдан ашты, тип хәбәр итә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был төбәктәге 33 километрҙан ашыу юлды, шулай уҡ һигеҙ күперҙе һәм 586 погон метрлы юл үткәргесте үҙгәртеп ҡорорға һәм төҙөргә булышлыҡ итте. Юлсылар бер меңдән ашыу километр һәм оҙонлоғо 850 погон метр булған 16 күперҙе ремонтланы. Рәсәй Федерацияһының терәк селтәренә ҡараған, оҙонлоғо 36 километр булған төбәк һәм муниципаль-ара тәғәйенләнешле юлдарҙы ремонтлау тамамланды.
- Президент Владимир Путин юлсыларға алдағы биш йылда илдәге 85 процент терәк селтәре юлдарын норматив хәлгә еткерергә ҡушты, - тип белдерҙе республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. – Ил һәм республика етәкселеге ярҙамы һөҙөмтәһендә ошо йүнәлештә эшләйбеҙ. Быны декабрҙә Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән һорауҙарға яуап биреү ҙә раҫлай. Һөҙөмтәлә республикалағы граждандарҙың 50 проценттан ашыуы Башҡортостандағы юлдарҙың сифаты, уларҙа йөрөү менән ҡәнәғәт.
Министр һүҙҙәренә ҡарағанда, капиталь ремонт һөҙөмтәһендә Өфө, Дыуан, Туймазы, Белорет райондары буйынса үткән 17 километр оҙонлоғондағы автомобиль юлдары электр яҡтыртыуы менән тәьмин ителгән.
- Республика Башлығы йөкләмәләрен үтәү маҡсатында баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән юлдарға Юл фондынан муниципалитеттарға 66 миллион һумдан ашыу күләмдә субсидиялар бүленде, - тине Александр Клебанов. – Һөҙөмтәлә 74 баҡсасылыҡ ширҡәтенә юл йөрөү тәьмин ителде. Был, нигеҙҙә, ҙур һорау менән файҙаланған, граждандарҙа даими мөрәжәғәттәр килгән баҡсасылыҡ ширҡәттәре.
Транспорт тармағы үҫеше буйынса ла эштәр дауам итә. Бөгөн “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы балансында 1878 автобус файҙаланыла, уларҙың 960-ы – ҙур һәм урта класлы, түбән йәки ярымтүбән иҙәнле. Улар дөйөм автобустарҙың 50,7 процентын тәшкил итә.
- Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы һөҙөмтәһендә 2019 – 2022 йылдарҙа предприятие өсөн төрлө класлы 1013 автобус һатып алынды. Был автопаркты “йәшәртеү”, пассажирҙарҙы ташыуҙы уңайлыраҡ, хәүефһеҙерәк итеү мөмкинлеген бирҙе, - ти министр.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында 2023-2024 йылдарҙа Өфөгә ҙур класлы 85 яңы автобус килтереләсәк. 35 автобустан торған беренсе партия йыл аҙағына тиклем булыр, тип көтөлә. Ҙур инфраструктура объекттарын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уларҙың иң ҙуры һәм әһәмиәтлерәге – Көнсығыш сығыу юлы.
- Төҙөүселәр тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бының өсөн уларға ҙур рәхмәт! Объект материалдар менән тәьмин ителгән. Төҙөлөш эштәре графикка ярашлы бара, - тип хәбәр итте Александр Клебанов.
Быйыл 62 километр юлды һәм 802 погон метр оҙонлоғондағы биш күперҙе ремонтлау планлаштырылған. Милли проектҡа ярашлы, 175 километр оҙонлоғондағы юлды ремонтлау ҡаралған.
Фото: transport.bashkortostan.ru/presscenter/news/373487/