Иҡтисад
7 Января 2023, 12:00

Ғаилә ипотекаһының мөмкинлектәре киңәйә

Быйылдан ташламалы Ғаилә ипотекаһынан кемдәр файҙалана ала? 

Ғаилә ипотекаһының мөмкинлектәре киңәйәҒаилә ипотекаһының мөмкинлектәре киңәйә
Ғаилә ипотекаһының мөмкинлектәре киңәйә

Быға тиклем Ғаилә ипотекаһын түбәндәге осраҡтарҙа алып була ине:

- беренсе йәки артабанғы бала 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған осраҡта;

- 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған баланы уллыҡҡа алған осраҡта;

- инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр.

Быйылдан Ғаилә ипотекаһын ҡулланыу мөмкинлеге киңәйә – хәҙер 18 йәшкә тиклем ике йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә был ташламалы ипотека менән ҡуллана ала.

Ғаилә ипотекаһы 6 процентлы ставка менән бирелә.

Ә быға тиклем ғәмәлдә булған Дәүләт яҡлауы менән бирелгән ипотека 1 процентҡа артты һәм яҡынса 7-8 процент тәшкил итәсәк. Ул 2024 йылдың 1 июленә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Был хаҡта ил Президенты Владимир Путин Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет ултырышында белдерҙе.  

Фото: omskpress.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас