Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, йыл башынан ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына 430 трактор һатып алынған.
"161 иген һәм 38 мал аҙығы йыйыу комбайны, 57 үҙйөрөшлө һиптергес, 830 берәмек сәсеү машинаһы һәм башҡа төрлө ҡорамалдар алдыҡ, – тине ул. – Был үткән йыл өсөн яҡшы күрһәткес. Техниканы яңыртыу дауам итә. Тимәк, киләһе миҙгелгә ышаныслы әҙерләнә алабыҙ. Былтыр ауыл хужалығы эшсәндәре рекордлы уңыш йыйҙы. Был сәсеүлектәрҙе эшкәртеүҙең бөтә агротехнологик сараларын теүәл үтәү менән бәйле. Заманса ҡорамалдар булмаһа, быны атҡарып сығыу ҡыйын булыр ине. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 3,7 миллиард һумлыҡ техника "Росагролизинг" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ташламалы программаһы буйынса һатып алынған".
Былтыр көҙ компания иң отошло финанс схемаһы менән "Алдан бронләштереү-2022" яңы ташламалы программаһын башлап ебәрҙе. Аванс түләүҙе 2023 йылдың апреленә тиклем кисектереү ҡаралған; төп бурысты 2023 йылдың 1 сентябренә ҡәҙәр оҙайтырға була; лизинг ваҡытын һигеҙ йылға тиклем оҙайтыу ҡаралған.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.