Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ғинуар 2023, 14:15

Бизнесҡа баҫымды кәметеү мөһим

Шуға ла төҙөлөш өлкәһендә быйылдан яңы алым ҡулланыла башлай

Бизнесҡа баҫымды кәметеү мөһим
Бизнесҡа баҫымды кәметеү мөһим

Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөштәрҙе күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты төбәктәргә стратегик башланғыстар буйынса агентлыҡ (АСИ) «Смартэка» тәҡдим иткән тотороҡло үҫеш практикаһын тормошҡа ашыра башланы. Әлеге тәжрибә республика төҙөүселәренә контроль-күҙәтеү органын тикшереү һанын үҙ аллы иҫәпләргә һәм Дәүләт комитеты менән үҙ-ара эш итеү режимын һайларға мөмкинлек бирәсәк. Был онлайн-үҙ-үҙеңде тикшереү булыуы мөмкин, шулай уҡ төҙөүсе биналар һәм ҡоролмалар төҙөлөшө тамамланғандан һуң йомғаҡлау тикшереүе алдынан төҙөлөш этаптарында килеп тикшереү үткәреүҙе һорарға хоҡуҡлы.

— Республикала төҙөлөш күҙәтеүен тормошҡа ашырыуҙа тикшереүҙәр һанын иҫәпләү буйынса онлайн-калькулятор индереү күҙәтеүсе субъекттар буйынса Дәүләт комитетының эшмәкәрлегенең асыҡлығын тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Күҙәтеү органы ғәмәлдәренең объективлығы аныҡ критерийҙар буйынса хупланасаҡ.

Шул уҡ ваҡытта ошо механизмды индереү һөҙөмтәһендә тикшереүҙәр һаны кәмер тип көтәбеҙ. Дәүләт комитетының күҙәтеү аҫтындағы субъекттар етәкселәре менән конструктив үҙ-ара эш итеүе, төҙөлөш барышында ваҡытында һәм компетентлы консультациялар үткәреү һөҙөмтәһе булып капиталь төҙөлөш объектын үтәү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу торасаҡ, — тине күҙәтеү органы етәксеһе Артур Дәүләтшин.

Был тәжрибә һәм эшҡыуарҙар һораған иҫкәртеүгә йүнәлтелгән һәм күҙәтеү саралары ваҡытында асыҡ һәм һөҙөмтәле ике яҡлы аралашыу төҙөргә ярҙам итәсәк. Төҙөүселәргә төҙөлөш контроле хеҙмәттәренә ғариза бирергә тура килмәйәсәк.

2022 йылда Дәүләт комитеты урындағы үҙидара органдарының ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге тураһындағы ҡануниәтте үтәү буйынса биш планлы тикшереү, төбәк дәүләт төҙөлөшөн күҙәтеү өлкәһендә 111 профилактик сара үткәрә. 2021 йылда 7-нән ашыу планлы тикшереү үткәрелгән, килеп тикшереү бөтөнләй үткәрелмәгән. Был яңылыҡ 31.07.2020 N 248-ФЗ «Рәсәй Федерацияһында дәүләт контроле (күҙәтеүе) һәм муниципаль контроль тураһында» Федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 12 декабрендәге 2161-се һанлы «Төбәк дәүләт төҙөлөшөн күҙәтеүҙе ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу буйынса дөйөм талаптарҙы раҫлау тураһындағы» Указына тап килә. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 30 июнендәге N 1087 указына үҙгәрештәр индереү һәм Хөкүмәттең ҡайһы бер ғәмәлдәре ғәмәлдән сыҡҡан тип таныу  Рәсәй Федерацияһынан" төҙөүселәр өсөн уның көнүҙәклеге күрһәтелде.

Бынан тыш, Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарға ярҙам саралары сиктәрендә объектты файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт биреү буйынса инфографика әҙерләгән. Инструкциялар һәм инфографика Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондар һәм ҡала округтары Хакимиәттәренең рәсми сайттарында, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы сайтында һәм Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарға ярҙам саралары» порталында урынлаштырылған.

Комитет хеҙмәткәрҙәре күҙәтеү аҫтындағы объекттарҙың контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген алып барыу тәртибе буйынса әүҙем мәғлүмәт һәм аңлатма эштәре алып бара: күп фатирлы йорттар һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар етәкселәре, заказсылар, төҙөүселәр, яңы төҙөлөш проекттарын алған подрядсы ойошмалар.

Контроль-күҙәтеү органы «кире бәйләнеш» форматында бизнес-берләшмә вәкилдәренән бизнесҡа баҫымды кәметеү буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә. Бизнес вәкилдәре "Опора Россия" ойошмаһы менән берлектә осрашыуҙар үткәрергә, шулай уҡ төҙөлөш күҙәтеүе өлкәһендә тотороҡло үҫештең сираттағы практикаһын индерергә тәҡдим итте.

 

Белешмә:

“Смартэка” — 2019 йылдың 2 июлендә Рәсәй Президенты ҡарары менән булдырылған власть органы, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, шулай уҡ эшҡыуарҙар һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн иң яҡшы төбәк тәжрибәһен эҙләү хеҙмәтен күрһәтә.

Яңы проекттарға булышлыҡ итеү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы — Рәсәй Хөкүмәте тарафынан иҡтисади һәм социаль өлкәләрҙә саралар комплексын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолған Рәсәй автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы. Күҙәтеү советы рәйесе — Владимир Путин.

 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: