20 ғинуарҙа Белоруссияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Гомель өлкәһендәге "Гомсельмаш" предприятиеһында ла булды.
Предприятие - комбайндар һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһын етештереүселәр араһында иң ҙурҙарҙың береһе. Техника Рәсәйгә, БДБ илдәренә һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә. Бында ҡоролмаларҙың 16 төрө, уларҙың 70-тән ашыу моделе һәм модификацияһы сығарыла.
Республикабыҙ Башлығы предприятиеның етештереү цехтарын ҡарап сыҡты, өлгөләр менән танышты.
– Беҙ ауыл хужалығын модернизациялау программаһын дауам итәбеҙ һәм лизинг программалары буйынса даими рәүештә белорус техникаһын һатып алабыҙ. Уға ихтыяж бик ҙур, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киләсәктә Башҡортостан менән Гомель өлкәһенең хеҙмәттәшлеге даирәһе пландарында - беҙҙә "Гомсельмаш" комбайндарын йыйыуҙы локалләштереү.
Предприятие майҙанында Радий Хәбиров шулай уҡ "Гомельагрокомплект" компанияһының экспозицияһы менән танышты. Ул малсылыҡ хужалыҡтары өсөн һауыу машиналары һәм башҡа ҡорамалдар етештерә.
***
Гомелдә шулай уҡ Радий Хәбиров "САЛЕО" холдингының етештереү майҙансығында булды. Уға 2014 йылда нигеҙ һалынған, "АМКОДОР" эсенә инә. Холдинг Белоруссияла, БДБ-ла, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә ауыл хужалығы, юл, төҙөлөш, урман хужалығы техникаһын етештереү өсөн гидравлик компоненттар етештереүҙә махсуслаша.
Билдәле булыуынса, бынан алда Радий Хәбиров "САЛЕО" холдингының Дзержинск ҡалаһындағы предприятиеһында булды, унда машина эшләү сәнәғәте өсөн гидравлик узелдар һәм агрегаттар етештерелә.
Мәғлүмәт сығанағы, фотолар: glavarb.ru