Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Ғинуар 2023, 13:25

Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар

Юғиһә пеня түләргә тура килер...

Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар

Тотош ил буйынса Берҙәм һалым иҫәбе институты әүҙем тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, ойошмалар һәм эшҡыуарҙар өсөн һалым түләү тәртибен үҙгәртеү ҡарала.

1 ғинуарҙан һалым органдарына түләнгән һалым суммаһы, һалым, страховка иғәнәһе буйынса аванс түләүҙәре тураһындағы иҫкәрмәләрҙе ебәрергә кәрәк. Был эш айҙың 25-енән дә ҡалмай атҡарылырға тейеш.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы эш биреүселәргә 25 ғинуарға тиклем физик шәхестәрҙең (граждандарҙың) 2023 йылдың 1 ғинуарынан 22 ғинуарына тиклем килеме тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тапшырырға тәҡдим итә.

Был мәғлүмәттәрҙе юридик шәхестәр (ойошмалар, предприятиелар) һәм шәхси эшҡыуарҙар ебәрергә тейеш. Шуға иғтибар итегеҙ: һалым органына ваҡытында ебәрелмәгән аҡса бюджетҡа үҙ ваҡытында бүленмәй һәм һөҙөмтәлә пеня түләнәсәк.

Фото: nalog.gov.ru/rn77/

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас