Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ғинуар 2023, 19:30

39 проектҡа - “йәшел ут”!

Инвестиция проекттары асылыуы 1,9 мең яңы эш урыны булдырырға ярҙам иткән.

39 проектҡа - “йәшел ут”!
39 проектҡа - “йәшел ут”!

2022 йылдағы баһалама һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә дөйөм инвестициялары 31,6 миллиард һум тәшкил иткән 39 проект һәм 1,9 мең эш урыны булдырыу хупланған, шул уҡ ваҡытта тәҡдим ителгән һалым ташламалары күләме 954,1 миллион һум тәшкил иткән, ә Башҡортостан ҡаҙнаһынан субсидия күләме — 143 миллион һум.

Башҡортостанда инвесторҙарҙың бөтә категориялары өсөн иң уңайлы шарттар булдырылған. Төбәк етәкселеге бөтә процедураларҙың асыҡлығын тәьмин итергә һәм инвесторҙарға айырым преференциялар биреп, мөмкин булған хәүефтәрҙе кәметергә тырыша.

"Килеп сыҡҡан иҡтисади ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, инвестиция проекттарын ҡарау буйынса даими тәҡдимдәр бар: юл буйындағы хеҙмәтләндереү объекттарын һәм туристик комплекстарҙы булдырыуҙан алып күләмле сәнәғәт производствоһын ойоштороуға тиклем проекттар төҙөлгән. Бөгөнгә инвестициялар күләме 771,2 миллиард һумдан ашыу булған һәм 32 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырған 288 проектҡа өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусы бирелгән", - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

"Төбәккә яңы инвестициялар йәлеп итеү, һис шикһеҙ, бик мөһим бурыс. Ләкин был инвестицияларҙың максималь һөҙөмтәлелегенә, шул иҫәптән дәүләт финанстары күҙлегенән тағы ла ҙурыраҡ иғтибар бүлергә кәрәк: ағымдағы проекттарға һалынған бөтә бюджет инвестициялары тейешле һалым керемдәре менән үҙен аҡларға тейеш. Әйтәйек, һуңғы бер нисә йылда юл буйындағы хеҙмәтләндереү өлкәһе әүҙем үҫешә, 2022 йылда Башҡортостандың Финанс министрлығы был өлкәлә 15 проектты ҡараны", — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — финанс министры Лира Иғтисамова.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: иҡтисади, социаль һәм экологик һөҙөмтәлелек менән бер рәттән инвестиция проекттарын дотациялар һәм һалым ташламалары рәүешендә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре исемлегенә индереү критерийҙарының береһе булып республика бюджетын тулыландырыу йәһәтенән уларҙы тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеге тора.

Был йәһәттән Башҡортостандың Финанс министрлығы өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау, хуплау һәм мониторинг үткәреү процедураһы сиктәрендә даими нигеҙҙә төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә дәүләт ярҙамына дәғүә иткән инвестиция проекттарының бюджет һөҙөмтәлелегенә баһа бирә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: