Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы видеоконференция тәртибендә үткән мәғлүмәт кәңәшмәһендә ҡатнашты, уға Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр министры урынбаҫары Константин Михайлик етәкселек итте. Ултырыштың төп темаһы - төҙөлөштә мәғлүмәти моделләштереү технологияларын (ММТ) индереүҙе киңәйтеү мәсьәләһе торҙо.
Сарала республиканың алдынғы төҙөлөш ойошмалары ҡатнашты, улар 2004 йылдың 30 декабрендәге 214-се Федераль законға - «Күп фатирлы йорттарҙы һәм күсемһеҙ милектең башҡа объекттарын төҙөүҙә өлөшләтә ҡатнашыу һәм Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер закондар сығарыу акттарына төҙәтмәләр индереү тураһында» - нигеҙләнеп эшләй.
– Төҙөлөш тармағы алдында мөһим бурыс тора – йыл ярым эсендә мәғлүмәти моделләштереү технологияларын ҡулланыуға тулыһынса әҙерләнеү. Уны индереү документациялағы хаталарҙы булдырмаҫ, биналарҙың хәүефһеҙ эшләүен тәьмин итер, төрлө кимәлдәге һәм бизнес бюджеттарын экономияларға, шулай уҡ төҙөлөш барышын 10-30 процентҡа тиҙләтергә мөмкинлек бирер тип күҙаллана, - тине Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.
Ултырыш барышында республикала 214-се Федераль законға ярашлы эшләгән төҙөүселәрҙән мәғлүмәт йыйыу өсөн яуаплы вәкилде тәғәйенләү мәсьәләһе тикшерелде.
Рәсәй Федерацияһы субъекттарында «Төҙөлөштө һанлы контролдә тотоу» системаһында эште ойоштороуға айырым иғтибар бүленде. Был платформа «ДОМ.РФ» йәмғиәтенең Торлаҡ төҙөлөшө буйынса Берҙәм мәғлүмәт системаһы нигеҙендә булдырылған. Берҙәм сайтта төҙөлөштә ҡатнашҡан бар яҡтар ҙа проект карталарын инеп ҡарай ала.
Шулай уҡ «Төҙөлөш ойошмаларының мәғлүмәти моделләштереү технологияларына күсеүе» стратегик сессияһын үткәреү мәсьәләһе айырым ҡаралды. «ДОМ.РФ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторасаҡ сараны үткәреү көнө яҡын арала билдәләнәсәк.
Мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru/news/