Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Февраль 2023, 21:20

Йәштәрҙе бизнесҡа өйрәтәләр

“Росмолодежь” күптән түгел “Һинең эшең” тигән марафон асты. Унда ҡатнашыусылар ошо проект буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында көсөн һынап ҡарай ала.

Йәштәрҙе бизнесҡа өйрәтәләр
Йәштәрҙе бизнесҡа өйрәтәләр

“Росмолодежь” күптән түгел “Һинең эшең” тигән марафон асты. Унда ҡатнашыусылар ошо проект буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында көсөн һынап ҡарай ала.

Марафон йәш эшҡыуарҙарға үҙ проекттарын тасуирлап бирергә һәм уларҙы тормошҡа ашырырға, эшҡыуарлыҡ оҫталығын үҫтерергә ярҙам итәсәк. Был бәйгегә уның теләһә ҡайһы этабында 14-тән 18 йәшкә тиклемге йүнселдәр ҡушыла ала. Һөҙөмтәлә улар эксперт материалдары аша бушлай белем ала, ошо эксперттар менән бәйләнеш урынлаштыра.

“Йәштәр араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй программаһы төбәктәр өсөн дә йүнәлештәр күрһәтә. “Йәшлек. Бизнес” проектында беҙ федераль трендтарға таянабыҙ. Бындағы ихтыяж буйынса иң ҙур һорау менән файҙаланылғаны – эшҡыуарлыҡҡа уҡытҡан оҫталарҙың тәжрибәһен үҙләштереү”, – ти Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: