Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Март 2023, 13:16

Балыҡ үрсетәләр, ыҫлайҙар

Тәбиғи ризыҡҡа өҫтөнлөк бирелә.

шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Тормош ауырлығына һылтанмай, үҙ юлдарын табырға тырышҡан йәштәр – йәмғиәтебеҙ өсөн таяныс. Нуриман районына эш сәфәре менән сыҡҡанда ошондай йәш ғаиләләрҙең береһе Рүзилә һәм Эльвир Ғабдуллиндар менән таныштыҡ. Тәүҙә ауылда төпләнеү уйы булмаһа ла, ваҡыт үтеү менән менән тыуған яҡтарына ҡайтырға ҡарар итә улар. 

Эльвир Башҡорт дәүләт аграр университетын, Рүзилә Финанс-иҡтисад университетын тамамлаған. Йәш белгестәр үҙҙәренең белемен дә, тырышлыҡтарын да  тыуған төйәктәренә файҙа килтереүгә арнаған.Туҡтауһыҙ камиллашыу, эҙләнеү – уларға хас төп сифат. Күптән түгел  Башҡортостан дәүләт аграр университетында “Фермер мәктәбе”ндә ит эшкәртеү буйынса өҫтәмә һөнәр алып та улар үҙҙәренең оҫталығын арттырған.

Ғаилә ҡорғас, бер нисә йыл Өфөлә лә йәшәй Ғабдуллиндар. Ләкин тиҙҙән, ҡарарҙары үҙгәреп, ауылға ҡайтырға булалар. Ғаилә башлығының ауылда төпләнеп, йәйен үрсетергә тигән күптәнге хыялы ла был ҡарарҙың тормошҡа ашыуына йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Эльвир Менәүәр улы тиҙҙән крәҫтиән (фермер) хужалығы асып ебәрә һәм балыҡ үрсетеү хыялын  тормошҡа ашыра башлайҙар. Ошо маҡсатта ауылда ер участкаһы алалар.

Өй һалыу, эргәһенә эш өсөн төкәтмә төҙөү мәшәҡәт­тәренә күмелә йәш ғаилә. Барыһы ла бөртөкләп, тырышлыҡ менән булдырыла.  Фермерлыҡ та ҡапыл ғына килем килтермәй. Шуға тәүге осорҙа Эльвир Менәүәр улына маршрут автобусында водитель булып эшләп ғаиләһен хәстәрләргә тура килә. Эш башлағанда район хакимиәте тарафынан ҡорамалдар алыуға бирелгән ярҙам да йәш ғаиләгә файҙаға була. 2019 йылда балыҡ үрсетә  башлаһалар, тәүге партияһы таныштары, туған­дары, дуҫтары араһында таралып бөтә. Уларға хатта етмәй ҡалды, тип йылмайып иҫкә алды ул мәлдәрҙе йәштәр. Эшләй-эшләй тәжрибә туплана, яйлап үҙҙәре лә оҫтара.

Бары тик сей балыҡ һатыу менән эштәрен башлап ебәрһәләр, аҙаҡ ихтыяж булғас, ыҫлап һатыуҙы ла яйға һалалар. Бөгөн Ғабдуллиндар колбаса эшләү, ит ыҫлау  серҙәрен дә уңышлы өйрәнә. Уны улар үҙҙәренә оҡшағанса, тәбиғи итеп эшләү маҡсатын ҡуйған. Бер урында ғына туҡталып ҡалмауҙары, яңынан-яңы төр продукция етештереү буйынса туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәре менән үҙенсәлекле был ғаилә.

– Әлбиттә, ауыр саҡтар күп булды. Ярты юлда эште туҡтатырға тигән уйҙар ҙа килде. Ләкин маҡсат ҡуйғас, эште аҙаҡҡаса алып барырға тигән ниәттән тайпылманыҡ, – ти улар.

Тормош эштән генә тормай. Үҙ эшеңде булдырыуҙың  көнөңдө үҙеңсә көйләй алыу  йәһәтенән уңайлылығы бар. Шуға Ғабдуллиндар  бергәләп бассейнға йөрөүҙе ғәҙәткә индергән. Алты йәшлек улдары менән дүрт йәшлек ҡыҙҙарына ла матур хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп үҫтерә Рүзилә менән Эльвир Ғабдуллиндар.

Кешене алдына ҡуйған маҡсаты алға әйҙәй. Сураш фер­мерҙары был йәһәттән үҙ маҡсаттарына өлгәшә белә.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Нуриман районы.

 

Читайте нас: