Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Март 2023, 23:40

Хеҙмәттәшлеккә ҡул ҡуйылды

Абхазия Президенты Аслан Бжания менән осрашыу һөҙөмтәле булды.

Хеҙмәттәшлеккә ҡул ҡуйылды
Хеҙмәттәшлеккә ҡул ҡуйылды

31 мартта Сухумила Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Абхазия Президенты Аслан Бжанияның осрашыуы үтте. Көн тәртибендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу һорауҙары ҡаралды.

- Беҙҙең халыҡтарҙы күптәнге бәйләнеш бәйләй. Абхазия Башҡортостан халҡының ҡатмарлы осорҙағы ярҙамын онотмаған. Тарихтың был бите беҙгә киләсәктә ышаныслы булырға ярҙам итә. Былтыр һеҙҙә ҡунаҡта булғайныҡ. Әлбиттә, Башҡортостан үҙенең уңыштары һәм халҡы менән һоҡландыра, - тине Абхазия Президенты Аслан Бжания.

 Башҡортостан Башлығы ла берлектәге башланғыстарҙың үҫешенә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.

- Абхазияға яуап менән килеүебеҙ өсөн шатбыҙ. Үткән осрашыу мәлендә беҙҙең мөнәсәбәттәр үҫеше тураһында килешкәйнек. Былтыр сентябрҙә Сухумила Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы вәкиле Олег Назаров эш башланы. Ул үҙ-ара бәйләнеш һорауҙарына яуап бирәсәк, -тине Радий Хәбиров. – Беҙ хеҙмәттәшлек үҫеше потенциалын иғтибарлап өйрәндек. Иң беренсе был ауыл хужалығы продукцияһы менән бер-беребеҙҙе тәьмин итеү үҫеше. Һәм, әлбиттә, Абхазия – уникаль туристик мөмикинлеге булған төбәк. Һеҙҙә отелдәр селтәре үҫешә, ҡунаҡтар ағымы арта. Әлбиттә, Башҡортостан менән Абхазияны бер-береһенә асыу өсөн ҡыҙыҡһыныуыбыҙ ҙур.

Радий Хәбиров төбәктең берлектәге туристик проекттарҙы ла үҫтерергә әҙер булыуын белдерҙе.

Осрашыуҙан һуң Радий Хәбиров һәм Аслан Бжания ҡатнашлығында Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы менән Абхазияның Иҡтисад министрлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: