Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Апрель 2023, 16:15

Файҙалы ҡаҙылмаларға – яңы талаптар

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә дөйөм таралыуҙағы файҙалы ҡаҙылмаларҙы урындағы мохтажлыҡ өсөн ҡулланыу тәртибе тураһында һөйләшеү барҙы

Файҙалы ҡаҙылмаларға – яңы талаптар
Файҙалы ҡаҙылмаларға – яңы талаптар

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә дөйөм таралыуҙағы файҙалы ҡаҙылмаларҙы урындағы мохтажлыҡ өсөн ҡулланыу тәртибе тураһында һөйләшеү барҙы.

Был эште ауыл биләмәләре, муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре алып бара. Республикала был йүнәлештә тейешле исемлек тә төҙөлә, уға ярашлы, 2023 йыл башына дәүләт балансында иҫәпкә алынған 503 ятҡылыҡтың һәм 919 участканың булмауы тураһында белешмәләр бар. Республиканың һәр муниципаль районында йыл башына ҡарата урындағы мохтажлыҡтар өсөн файҙаланылған ятҡылыҡ урынлашҡан, уларҙың күпселеге – Әбйәлил һәм Салауат райондарында.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов әйтеүенсә, белешмәләр биреү тәртибенә үҙгәрештәр индерелгән – ул хәҙер яңы талаптарға ярашлы төҙөлә. Ер биләмәһенең категорияһы буйынса мәғлүмәт һәм участканы рекультивациялау проекты биреү кәрәкмәй. Тағы ла бер яңылыҡ: файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һәм һатыу күләменең иҫәбе Берҙәм республика автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына индерелә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: