Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Апрель 2023, 14:45

Бетон картинаны ҡарарға килегеҙ!

Форум ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә лә, республика кешеләренә лә берҙәй ҡыҙыҡ буласаҡ.

Бетон картинаны ҡарарға килегеҙ!
Бетон картинаны ҡарарға килегеҙ!

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумы сиктәрендә, ә ул 12 апрелдә Өфө ҡалаһының ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр комплексында була, "АРТ-БЕТОН" тигән оҫталыҡ дәресе ойошторола. Дәресте сығышы менән Башҡортостандан булған рәссам Михаил Рошняк үткәрә.

Әйткәндәй, рәссам ғәҙәти булмаған ысул менән һүрәт төшөрә. Картиналарын беҙ күреп өйрәнгән буяуҙар менән түгел, ә ер һәм ҡара тупраҡ ярҙамында төшөрөүе шуға асыҡ миҫал. "Бетон эше" секцияһында оҫта картиналарын бетондан эшләргә өйрәтә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

– Өс көн һуҙымында барған форум ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә лә, республика кешеләренә лә берҙәй ҡыҙыҡ буласаҡ, – тип һөйләй Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов. – Шуныһы, унда ҡатнашыусылар төҙөлөш тармағында мөһим мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшәсәк.

Форумда Федерация Советының иҡтисади сәйәсәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Ирек Ялалов, Башҡортостан төҙөүселәр ассоциацияһы идараһы рәйесе Марат Латипов һәм башҡа спикерҙар ҡатнаша.

Шулай уҡ форумда төҙөлөштә импортҡа алмаш өсөн сырье етештереү тураһында ла һүҙ барасаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас