Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Май 2023, 10:05

Был сара халыҡты күберәк йәлеп итә бара

Өфөлә 31-се халыҡ-ара “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһенә һәм Рәсәй нефть, газ һәм химия форумына арналған матбуғат конференцияһы булып үтте. Был күргәҙмә һәм форум үҙ ишектәрен 23 майҙа аса.

Был сара халыҡты күберәк йәлеп итә бара
Был сара халыҡты күберәк йәлеп итә бара

Өфөлә 31-се халыҡ-ара “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһенә һәм Рәсәй нефть, газ һәм химия форумына арналған матбуғат конференцияһы булып үтте. Был күргәҙмә һәм форум үҙ ишектәрен 23 майҙа аса.

 Матбуғат конференцияһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһының генераль директоры Альбина Килдеғолова сығыш яһанылар. Улар ошо проект, уның маҡсаттары һәм бурыстары тураһында ентекләп һөйләне.

Александр Шельдяев “Газ. Нефт. Технологиялар” халыҡ-ара күргәҙмәһенең йылдан-йыл күберәк кешене йәлеп итеүенә, яңынан-яңы тармаҡтарҙы үҙ эсенә алыуына иғтибарҙы йүнәлтте. Санкциялар шарттарында субсидиялар мәсьәләһе айырыуса көнүҙәккә әйләнде. Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Нефть-газ ҡорамалдары етештереүселәр союзы ойошторған түңәрәк өҫтәл ошо мәсьәләне тикшереүгә арналасаҡ.

Яҡындағы сит илдәр яғынан да иғтибар арта. Беренсе тапҡыр, мәҫәлән, Иран Ислам Республикаһының коллектив стенды ҡуйыласаҡ. Юғары дәрәжәле ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә.

Вице-премьер шулай уҡ форум сиктәрендә Йәштәр көнө уҙғарыласағын да хәтергә төшөрҙө. Был башланғыс йәш кадрҙар йәлеп итеүгә һәм өйрәтеүгә мохтажлыҡ кисергән компаниялар һорауы буйынса тормошҡа ашырыла.

Быйылғы сараның күрһәткестәре үткән йылдағынан юғарыраҡ буласаҡ. Өҫтәмә павильон эшкә ҡушылыу һөҙөмтәһендә күргәҙмәлә тармаҡтың 315 компанияһы ҡатнаша аласаҡ, шуларҙың 80-е беренсе тапҡыр килә. Форумдың конгресс программаһының 44 панель дискуссияһында 400 спикерҙың сығыш яһауы планлаштырылған.

Фото: Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: