Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө районының Булгаков ауылындағы "Башспирт" акционерҙар йәмғиәтенә сәфәр ҡылды. Был предприятие Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә.
Радий Хәбиров предприятиеның цехтары, ҡойоу линияһы һәм әҙер тауарҙар келәте менән танышты. Булгаков ауылында 2023 йылда "Башспирт"тың филиалы төҙөлөшөнә 3 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Бында 340 кешегә эш урыны булдырылған.
– Бөгөн предприятиеның киләсәге өсөн ышаныс ҙур, – тине Радий Хәбиров. – "Башспирт" – төбәк иҡтисадының мөһим финанс терәге.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.