Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Май 2023, 21:45

Тармаҡҡа һәр саҡ ярҙам буласаҡ

Республикала газ үткәреү кимәле 85 процентҡа яҡын

Тармаҡҡа һәр саҡ ярҙам буласаҡ
Тармаҡҡа һәр саҡ ярҙам буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Рәсәй нефть, газ, химия форумына ярашлы үткән пленар сессияла ҡатнашты. Етәксе үҙенең сығышында тармаҡ предприятиелары етәкселәренә сәнәғәт кооперацияһы үҫеше өсөн рәхмәт белдерҙе.  Был яңы үҫеш нөктәләрен табырға һәм заманса технологияларҙы индерергә мөмкинлек бирә.

– Ведомство-ара эш төркөмө майҙанында беҙгә өс эре уйынсыны – Ростех, “Газпром” һәм республиканы эшкә ҡушырға мөмкин булды. Беҙ дөйөм бәйләнеш  нөктәләрен таптыҡ, – тине Радий Хәбиров.– Быйыл көҙ беҙҙең беренсе агрегат – АЛ-41СТ эш башлаясаҡ. Берлектәге эш һөҙөмтәһе был.

 Радий Хәбиров Башҡортостан һәм “Газпром” йәмғиәтенең берлектәге эшмәкәрлеген баһалап, уның халыҡтың тормош сифатына туранан-тура тәьҫир итеүен билдәләне. Республикала газ үткәреү кимәле 85 процентҡа яҡын. Газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһын тормошҡа ашырғандан һуң  был һан һиҙелерлек артасаҡ.

– “Газпром” инвестициялары ике тапҡырға үҫәсәк. Яңы үҙгәртелгән программа раҫланды, – тип белдерҙе Сергей Густов. – Уның параметрҙары – 32 миллиард һумлыҡ инвестция күләме һәм газ үткәреүгә  20 миллиард һумлыҡ инвестициялар. Был республиканың яңы 181 торағын газификациялауға һалынасаҡ средстволар.

 Ултырыш аҙағында республика етәксеһе   тармаҡ предприятиелары коллективтарына дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Фото:Башҡортостан Башлығы сайты.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: