Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Декабрь 2023, 21:10

Төп һәм тарихи павильон яңы төҫ ала

«Башҡортостан» ДТРК-һы төп телестудияла яҡтыртыу ҡорамалын монтажлауҙы тамамланы. 

Төп һәм тарихи павильон яңы төҫ ала
Төп һәм тарихи павильон яңы төҫ ала

"Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһында иң ҙур төшөрөү павильонында – беренсе аппарат-студия блогында яңы яҡтыртыу системаһын монтажлау һәм ҡуйыу тамамланды. Яңы яҡтыртыу комплексы түшәм системалары - пантографтар менән йыһазландырылған. Бынан тыш, студияла тиҫтәләрсә профилле прожекторҙар, яҡтылыҡ-диодлы приборҙар, панелдәр һәм даими яҡтыртыу комплекттары ҡуйылған. Эштәр төп, тарихи төшөрөү павильонын реконструкциялау барышында башҡарылды. Яҡтыртыу ҡорамалдары хәүефһеҙлек стандарттарының бөтә талаптарына тап килә.

«Төп майҙансыҡты тулыһынса реконструкцияланыҡ. Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры Олег Добродеевҡа, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сабитовҡа һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ярҙамдары һәм ышаныстары өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Эшебеҙҙә яҡтылыҡ идеаль һүрәтте тәьмин итә. Элекке яҡтылыҡ-техник комплексы үҙенең ресурсын ҡулланып бөткән ине тиерлек, шуға күрә уны яңыртыу ихтыяжы килеп тыуҙы. Беҙ яҡтыртыу ҡорамалдарын тулыһынса алмаштырҙыҡ һәм уны Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының федераль талаптарына яраҡлаштырҙыҡ. Яҡтылыҡ системаһын проектлау, монтажлау һәм көйләү өсөн махсус техник белем, юғары квалификация һәм тәжрибә талап ителә. Шуға күрә Мәскәүҙәге коллегаларыбыҙ менән бәйләнештә эшләнек», - тип һөйләне «Башҡортостан» ДТРК-һы директоры Азамат Сәлихов.

Яҡтыртыу декорациялары хәүефһеҙлек стандарттары талаптарына яуап бирә, һанлы система буйынса яҡтыртыу менән идара итеү схемаһы идара итеү пультынан эшләй.

Фото һәм сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: