Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Апрель , 21:30

Уртаса эш хаҡы арта

Башҡортостан 30 йылда эшһеҙлекте кәметеү буйынса рекордлы күрһәткескә өлгәште.

Уртаса эш хаҡы арта
Уртаса эш хаҡы арта

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең 2023 йылдағы эш йомғаҡтары тураһында отчеты барышында Премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итте. Башҡортостан тәүге тапҡыр хеҙмәт баҙарының федераль рейтингында алдынғы ун төбәк иҫәбенә инде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

– Биш йыл эсендә төбәктә дөйөм эшһеҙлек кимәле ике тапҡырға тиерлек – 4,4-тән 2,3 процентҡа тиклем кәмене. Беҙҙең өсөн был 30 йыл эсендә иң ҙур күрһәткес. Уҙған йылда уртаса айлыҡ эш хаҡы 56,7 мең һумға еткән. Ул 2018 йыл менән сағыштырғанда 1,7 тапҡырға артҡан. Бында беҙ Башҡортостан Башлығының 310-сы Указында билдәләнгән 50 мең һумлыҡ ориентирҙы ваҡытынан алда үттек, - тине Андрей Назаров.

Министрҙар кабинеты башлығы һүҙҙәренсә, хеҙмәт баҙарында ыңғай динамиканы иҡтисади үҫештең юғары темптары тәьмин итте. Өс йыл эсендә ике меңдән ашыу эш биреүсегә 2 миллиард һум күләмендә ярҙам йүнәлтелгән. Был 40 меңдән ашыу граждандың мәшғүллеген һаҡлаған.

Һуңғы йылдарҙағы саҡырыуҙарҙы еңеп сығырға һәм хеҙмәт баҙарының төп күрһәткестәре буйынса һоҡланғыс һөҙөмтәләргә өлгәшергә шул иҫәптән ойошмаларға һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға йүнәлтелгән өҫтәмә сараларҙы уңышлы ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирҙе - ул эштән бушатылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу, йәмәғәт эштәрен ойоштороу һәм оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республика йәмәғәт эштәрен ойоштороу буйынса Рәсәйҙә - 1-се, ваҡытлыса эшкә урынлаштырыуҙы тормошҡа ашырыу буйынса - 2-се, Берләштерелгән сәнәғәт корпорацияһы предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуға йәлеп ителгән средстволар күләме буйынса 1-се урынды биләй. Башҡортостан эшкә урынлашҡан граждандар һаны буйынса рейтингта икенсе баҫҡысты биләй - 3 меңдән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған, 650 эш биреүсе дәүләт ярҙамы алған.

Министр шулай уҡ төбәктә тормошҡа ашырылған халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрен яңыртыу проектының төп ролен билдәләне. Уның төп маҡсаты – мәшғүллек хеҙмәтенең даими үҙгәреүсән хеҙмәт баҙары талаптарына тап килеүен тәьмин итеү.

Фекер алышыу барышында “Алға” махсус иҡтисади зонаһында эшләгән предприятиеларҙың кадрҙарға ихтыяжын тәьмин итеү мәсьәләһе ҡуҙғатылды. Андрей Назаров мәшғүллек үҙәктәренең компаниялар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелеген билдәләне, был эш биреүселәр ихтыяжына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хеҙмәткәрҙәр һайлап алырға, эшкә урынлашырға теләүселәр өсөн уҡыуҙар уҙғарырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ премьер төбәктә уңышлы старт алған, башҡа төбәктәрҙән ҡиммәтле кадрҙарҙы ҡайтарыуға йүнәлтелгән “Башҡорт вахтаһы” проектына иғтибар итте. Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе унда тәүгеләрҙән булып ҡатнашты.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23508/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: