Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Апрель , 16:00

Баҡалылар ҙа баҫыу эштәрен башланы

"Емешле эш, аяҙ һауа торошо һәм "яҡшы хаҡ" теләйем!"

Баҡалылар ҙа баҫыу эштәрен башланы
Баҡалылар ҙа баҫыу эштәрен башланы

Республика баҫыуҙарында көндән-көн тракторҙар һаны арта, ауыл эшсәндәре яҙғы сәсеүгә төшә. Баҡалы районында хужалыҡтары ла эш башлаған. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Олег Ефимов яҙҙы.

"Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр өсөн тынғыһыҙ осор – улар яйлап яҙғы баҫыу эштәренә тотондо.

“Дуҫлыҡ” ауыл хужалығы етештереү кооперативы базаһында үткән агроконференцияла сәсеү кампанияһын уңышлы үткәреү мәсьәләләре тикшерелде. Бөтә аграрийҙарға ла емешле эш, аяҙ һауа торошо һәм "яҡшы хаҡ" теләйем!" – тине ул.

Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың, ти халыҡ мәҡәле. Хужалыҡтарҙа ла яҙҙың һәр көн ҡәҙерле икәнен аңлай, шуға ла мәлендә сәсеү эштәрен атҡарып сығырға тырыша.

Фото: https://t.me/EfimovOA/877

Баҡалылар ҙа баҫыу эштәрен башланы
Баҡалылар ҙа баҫыу эштәрен башланы
Баҡалылар ҙа баҫыу эштәрен башланы
Баҡалылар ҙа баҫыу эштәрен башланы
Баҡалылар ҙа баҫыу эштәрен башланы
Баҡалылар ҙа баҫыу эштәрен башланы
Баҡалылар ҙа баҫыу эштәрен башланы
Баҡалылар ҙа баҫыу эштәрен башланы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: