Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Апрель , 21:20

Бер миллиард һумлыҡ емеш-еләк алып киләсәктәр

Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында ошондай килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Бер миллиард һумлыҡ емеш-еләк алып киләсәктәр
Бер миллиард һумлыҡ емеш-еләк алып киләсәктәр

«Иннопром» халыҡ-ара күргәҙмәһендә «Евразия-Өфө» башҡорт предприятиеһы һәм Үзбәкстандың һатыу предприятиеһы 1 миллиард һумдан ашыу суммаға емеш-еләк һәм йәшелсә индереү буйынса контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Был турала Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итә.

Министр аңлатыуынса, һүҙ Үзбәкстанда үҫтерелгән йәшелсә-емештәр хаҡында бара.

"Был продукция бөгөн илебеҙҙә бик популяр. Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше йылдан-йыл арта барыуын күрәбеҙ», — тине Алексей Гусев.
Ҡул ҡуйылған килешеү Башҡортостандың эске ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә генә түгел, күрше республикаларға ла йүнәлтелгән, тип өҫтәне ул. Бөгөнгө көндә Евразия-Өфө Рәсәйҙә киптерелгән емештәрҙе иң эре таратыусы булып тора. Нәҡ беҙҙең республика аша Рәсәйҙең күп төбәктәрен киптерелгән емеш-еләк менән тәьмин итеүсе транспорт хәрәкәте үтә.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: