Красногорскиҙа Рәсәй төбәктәренең иҡтисади үҫеш министрҙарының II Съезы үтте. Башҡортостандан сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡатнашты.
–Ябай булмаған геосәйәси шарттарҙа Рәсәй төбәктәре өсөн бөтә өлкәләрҙә берләшеү мөһим, шул иҫәптән иҡтисадта. Бөгөн беҙ коллегаларым менән байтаҡ әһәмиәтле һәм борсоған мәсьәләләрҙе – инвестицион әүҙемлектән алып эшҡыуарҙарға булышлыҡ итеүгә тиклем – ҡараныҡ. Бындай саралар төбәктәргә үҙ мөмкинлектәрен асырға, тәьҫирле хеҙмәттәшлекте ойошторорға ярҙам итәсәк стратегияларҙы билдәләүҙә мөһим аҙым,– тигән аңлатма бирҙе Рөстәм Моратов.
Съезд барышында сарала ҡатнашыусылар түбәндәге йүнәлештәрҙе ҡараны: төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеше, бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү, инвестицион сәйәсәт, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте йәйелдереү, милли һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай съезд Өфөлә 2023 йылдың декабрендә үткәйне.