Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Ноябрь , 16:30

Тиҙҙән баш ҡалабыҙҙа ҙур форум үтәсәк

Уның сиктәрендә Ҡырым предприятиелары үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк.

Тиҙҙән баш ҡалабыҙҙа ҙур форум үтәсәк
Тиҙҙән баш ҡалабыҙҙа ҙур форум үтәсәк

2024 йылдың 5 декабрендә Өфөлә VI Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы ойошторола.

Форумда Ҡырым Республикаһының алдынғы сәнәғәт предприятиеларының береһе, Рәсәй Федерацияһының система барлыҡҡа килтереүсе предприятиелары исемлегенә ингән “ФИОЛЕНТ” ЗАВОДЫ” ҡатнаша. Завод интеграцияланған автоматлаштырыу системаларын, шул иҫәптән бәләкәй ҡеүәтле прецизион электр микромашиналарын етештерә.

Шулай уҡ форум ҡунаҡтары “СЭЛМА”ФИРМАҺЫ” продукцияһы менән таныша аласаҡ. Предприятие етештергән ҡорамалдар ассортименты 100-ҙән ашыу төр иретеп йәбештереү техникаһын тәшкил итә. Уларҙың ҡайһы бер өлгөләренең хатта Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берлеге илдәрендә аналогы юҡ.

Сара сиктәрендә шулай уҡ “Керчь сеталлургия заводы”, “Ҡырым сода заводы”, “Ҡырым раузаһы” компанияһы һәм башҡа ойошмалар үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк.

Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы – 2015 йылдан алып Ҡырымда үткәрелгән иҡтисади өлкәләге халыҡ-ара эшлекле сара. Ул Рәсәйҙең иң ҙур дүрт иҡтисади форумы иҫәбенә инә. Туғыҙ йыл элек үткән беренсе форумда донъяның 13 иленән – Рәсәй, Италия, Словения, Төркиә, Гонконг, Япония, Чехия, Швейцария, Греция, Ҡаҙағстан, Израиль, Һиндостан һәм Сербиянан 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Артабанғы йылдарҙа сара тотороҡло үҫешә барҙы, һәм 2019 йылда ҡатнашыусылар һаны донъяның 89 иленән 4,5 меңдән ашыу кешене тәшкил итте. Форум йомғаҡтары буйынса 215 миллиард һумға 102 килешеү төҙөлдө, 1700 эш урыны булдырылды.

Быйыл Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумын Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәрергә ҡарар ителде. Өфө үҙенең стратегик яҡтан урынлашыуы, иҡтисади потенциалы, мәҙәни төрлөлөгө һәм төбәк, халыҡ-ара процестарҙа әүҙем ҡатнашыуы ярҙамында Рәсәйҙә мөһим иҡтисади роль уйнай. Форум сиктәрендә санкциялар фонындағы көрсөккә ҡаршы ҡарарҙар эҙләү өсөн пленар ултырыш та үтәсәк.

Көндөҙгө форматта 35 ил вәкилдәре ҡатнашыуы тураһында белдергән дә инде. Ҡатнашҡан дәүләттәрҙең дөйөм һаны 90-дан артасаҡ. Онлайн-форматта 81 ил, шул иҫәптән Латин Америкаһы һәм Кариб Бассейны дәүләттәренең вәкилдәре, ҡатнашырға әҙер.

Фото: yalta-forum.com

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: