

Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә барған брифингта бөгөн дә Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы хәлдәр барланды.
Бөгөнгө студияның ҡунаҡтары Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова булды.
Брифингта пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефе иғлан ителеүҙең яғыулыҡ буйынса хәлгә лә йоғонто яһауы тураһында белдерҙеләр.
- Бөгөн иртәнсәк республикала өс сәғәт дауамында пилотһыҙ хәүеф режимы булды. Автомобилистарға шуны әйтер инем: был осорҙа бензовоздарға нефть продукттарын ҡойоу туҡтатыла. Ошо өс сәғәт ваҡыт әлеге шарттарҙағы хәлгә кире йоғонто яһамай ҡалманы. Барығыҙҙы ла түҙемле булырға, маршруттарығыҙҙы уйлап көйләргә саҡырам. Әле Өфө ҡалаһы һәм райондар буйлап бензовоздар яғыулыҡ таратырға сыҡты, – тине Эдуард Мостафин.
Инвалидтарҙы яғыулыҡ алғанда сиратһыҙ үткәреү ҡаралғанмы? Был һорауға Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова асыҡлыҡ индерҙе.
- Рәсәй Федерацияһы Президенты указына ярашлы, сиратһыҙ заправкалау хоҡуғына 1-се һәм 2-се төркөм инвалидтары эйә. Шулай уҡ инвалид балалар һәм уларҙы алып йөрөүселәр ҙә был хоҡуҡтан файҙалана ала, - тине.
Һәр брифингта төрлө райондар менән тура бәйләнеш булдырыла. Был юлы Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев үҙҙәрендәге хәлдәрҙе бәйән итте.
- Беҙҙә өс заправкалау станцияһы бар, өс көн уларҙа бензин юҡ. Оҙон сираттар кешеләрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Яғыулыҡҡа бәйле хәлдең тотороҡланыуын көтәбеҙ. Ашығыс хеҙмәттәр буйынса ҡыйынлыҡтар юҡ. Уларҙың машиналары сиратһыҙ заправкалана. Аграрийҙар менән бөгөн мал аҙығы әҙерләү, ураҡ эштәре буйынса семинар уҙғарҙыҡ. Урып-йыйып эштәре башына улар яғыулыҡ менән тәьмин ителгән. Хәл тотороҡланғас, өҫтәп алырҙар тигән ышаныстабыҙ. Ураҡҡа тиклем әле бер ай самаһы ваҡыт бар. Быйыл мул уңыш көтөлә. Аграийҙар ҙа яғыулыҡ йәһәтенән хәлдең яҡшырыуына өмөт итә, - тине ул.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығының сығышын тыңлап, министр урынбаҫары Эдуард Мостафин әле бер бензовоздың Хәйбуллаға яғыулыҡ менән юлланыуы, икенсе машинаның иртәгә киләсәге тураһында белдерҙе.
Фото: Элина Әхмәтова ("Башинформ"), Республикаға идара итеү үҙәге.