Бөтә яңылыҡтар
Иман
15 Апрель 2019, 00:19

Ихласлыҡта – бөйөклөк

“Башҡаларға яҡшылыҡ ҡылһам да, үҙемә ҡарата шундай уҡ мөнәсәбәт тоймайым. Ит изгелек – көт яуызлыҡ тигән һүҙҙәр хаҡҡа сыға ла ҡуя”, – тип уфтанғандарҙы ишетергә тура килә ҡайһы саҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.

Зиннур Боҫҡонов фотоһы.
Зиннур Боҫҡонов фотоһы.
“Башҡаларға яҡшылыҡ ҡылһам да, үҙемә ҡарата шундай уҡ мөнәсәбәт тоймайым. Ит изгелек – көт яуызлыҡ тигән һүҙҙәр хаҡҡа сыға ла ҡуя”, – тип уфтанғандарҙы ишетергә тура килә ҡайһы саҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.


Исламда был йәһәттән шулай тиелә: әҙәм балаһы күркәм ғәмәлдәрҙе бүтәндәрҙең рәхмәтен алыу түгел, ә Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн ихлас башҡарырға тейеш. “Изгелекте башҡалар күрһен өсөн эшләүҙе, маҡтаныуҙы Раббыбыҙ ҡабул ҡылмай. Бар ғәмәлдәрҙең ихлас күңелдән үтәлеүе мөһим”, – тигән мөбәрәк хәҙисендә Рәсүл Әкрәм ғәләйһис-сәләм.


Ошоға бәйле хикәйәт тә бар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер саҡ ниндәйҙер сәйәхәт ойоштороу өсөн халыҡтан ярҙам йыйырға булған. Ғәли хәҙрәт булған мөлкәтен ҙур ихласлыҡ менән бүлешкән. Пәйғәмбәребеҙ уға тиҙ генә доға ҡылған да юлын дауам иткән.


Ғосман хәҙрәткә ингән. Уныһы, хәлле кеше булараҡ, бик ҙур ярҙам күрһәткән, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уға оҙаҡ итеп доға ҡылған. Быны күргән Ғәли хәҙрәт баҙап ҡалған. “Йә, Рәсүлуллаһ, ярҙамды аҙ күрһәткән өсөн миңә ҡыҫҡа ғына доға ҡылдыңмы?” – тип һораған.


“Һин барыһын да ысын күңелдән, ихласлыҡ менән башҡарҙың, – тип яуап биргән Пәйғәмбәребеҙ. – Аллаһ Тәғәлә уны ҡабул итте, шуға оҙаҡ доға ҡылыу ихтыяжы булманы. Ә Ғосман хәҙрәттең күңеленә “Иң күп ярҙамды мин күрһәттем, ахыры” тигән бәләкәй генә уй ингәйне. Шуның өсөн “Эй, Раббым, ҡәрҙәшебеҙҙең ярҙамын ҡабул итһәңсе”, тип оҙаҡ ҡына доға ҡылырға тура килде”.


Хәйерҙе Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн биреү зарурлығы хаҡында “Ҡөрьән Кәрим”дә лә әйтелгән. “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреүселәр гүйә ки орлоҡ кеүек, – тиелгән “Бәҡара” сүрәһендә. – Ул, үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...”


Тимәк, изгелеккә, ихласлыҡҡа, йомартлыҡҡа һалынған көскә Аллаһ Тәғәлә сауабын арттырып бирә. Был һыҙаттарҙың, төшөнсәләрҙең оло өлгөһө – тәбиғәтебеҙҙә.
Читайте нас: