Бөтә яңылыҡтар
Иман
23 Май 2019, 00:44

Ялған һүҙҙән айырылмаһа...

Рамаҙан - тәрбиә мәктәбе. Унда фарыз ителгән ғәмәлдәр дөрөҫ йәшәү юлын күрһәтә.

Фото: i.ytimg.com
Фото: i.ytimg.com
Рамаҙан – тәрбиә мәктәбе. Унда фарыз ителгән ғәмәлдәр дөрөҫ йәшәү юлын күрһәтә.
Әйтәйек, “Кем дә кем ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Ғөмүмән, Исламда һәр нәмәне уйлап һөйләү зарурлығы тәҡрар ителгән. “Мосолмандың иң күркәм сифаттары шул: мәғәнәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләр, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белер”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ.
Эйе, тел тормошобоҙҙа ҙур көскә эйә. Уның йәмғиәттә үҙ урыныңды табыуҙа, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. “Мосолман башҡаларға ҡулы менән дә, теле аша ла зарар килтермәҫ”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Изге Рамаҙан айында был һүҙҙәрҙең хаҡлығына йәнә бер ҡат инанырға яҙһын, өммөтебеҙгә ҡеүәт өҫтәлһен, иншаллаһ!
Читайте нас: