Башҡортостан
+12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Июль 2019, 23:15

Ислам ҡушҡан юлдан

Борай районының Яңы Таҙлар ауылынан Гөлфинә менән Шамил Миңләхмәтовтарға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылды.
Бергә-бергә татыу ғүмер итеп хаҡлы ялға сыҡҡан ғаилә бик күптәргә өлгө күрһәтеп, үрнәк булып йәшәй. Әле ауылда дини йәһәттән оло әйҙәүсе улар. Шамил ағай йома намаҙҙарын үткәрә, мәсеттә Ислам нигеҙҙәрен өйрәтә, дәрестәр алып бара. Дини байрамдарҙы бергәләп шул ҡәҙәр яҡшы ойошторалар. Ғаилә башлығы ауыл зыяратының төҙөклөгөн дә даими күҙәтеп тора.
Үҙҙәренең йорт-ихаталары ла күркәм, һоҡланғыс. Ошондай мөхиттә балаларын уңған, һәр кемгә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы, кеселекле итеп үҫтергәндәр. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре лә динебеҙгә хас күркәм тәрбиәлә буй еткерә.
Читайте нас в