Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Август 2019, 21:20

Динебеҙ төрлө булһа ла, маҡсаттарыбыҙ уртаҡ

Милли берекмә һәм йәмәғәт вәкилдәре ҡатнашлығында милләт-ара татыулыҡты нығытыу мәсьәләләре буйынса ултырыш үтте.

Фото Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан алынды.
Хәйбулла районы хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы, традицион конфессиялар, милли берекмә һәм йәмәғәт вәкилдәре ҡатнашлығында милләт-ара татыулыҡты нығытыу мәсьәләләре буйынса ултырыш үтте.
Сарала БР Башлығы янындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса Совет рәйесе Вячеслав Пятков, уның советнигы Руслан Ҡарамышев, район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айнур Бирғәлин, имам-хатиптар һәм башҡалар ҡатнашты.
Ултырышта ҡатнашыусылар белдереүенсә, динебеҙ төрлө булһа ла, маҡсаттарыбыҙ уртаҡ, ҡылған ғәмәлдәребеҙ изге. Әммә Башҡортостандағы дин-ара, милләт-ара тыныслыҡты үҙ итмәүселәр, үҙҙәренең бысраҡ идеологияһын таратыусылар, милләт-ара низағ уятыусылар ҙа юҡ түгел. Тап ошондай болғаныштан халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе ҡурсалау - беҙҙең төп бурысыбыҙ. Шуға күрә сығыш яһаусыларҙың барыһы ла ниндәй милләттән һәм диндән булыуға ҡарамаҫтан, дуҫ һәм татыу йәшәргә саҡырҙы.
Хәйбулла районында был тәңгәлдә эштәр яҡшы ойошторолған, бик күп дини саралар үтә, төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара татыу йәшәй.