Бөтә яңылыҡтар
Иман
9 Август 2019, 15:30

Был йортҡа ашҡынып киләм

Өфө ҡалаһында урынлашҡан “Мәҙинә” мәсете тураһында бәйән итеү ниәте уянды.

Өфө ҡалаһында урынлашҡан “Мәҙинә” мәсете тураһында бәйән итеү ниәте уянды. Иман йорто дүрт йыл самаһы эшләү дәүерендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Бында һәр ваҡыт бөхтәлек, таҙалыҡ, динебеҙгә хеҙмәт иткән һәр кеше үҙ эше менән мәшғүл. Ығы-зығы юҡ, тыныслыҡ, ихтирам рухы тантана итә.


Тимур хәҙрәт Сәлихов – мәсеттә имам-хатип. Ә имам-мөғәллим – Фәнүр хәҙрәт Хо­ҙай­ғолов. Йәш бул­һалар ҙа, тә­рән белемле, зи­һенле, итәғәт­ле­ләр, халыҡ ихтирамына лайыҡ булғандар. Улар­ҙан кеше өҙөлмәй. Һәр кем үҙ йомошо, үтенесе, аһ-зары менән килә. Ҡунаҡтар кәйефтәре күтә­релеп, рәхмәт әйтеп сыға мәсеттән. Ә инде хәҙрәттәр, эштәре күп, ваҡыттары тар булыуына ҡарамаҫтан, зарланмай тыныс ҡына бәндәләргә ярҙам ҡулы һуҙа. Уларҙың бер ваҡытта ла кәйефтәре боҙолған, асыулы мәлдәрен күрмәнем. Сабырлыҡ, аҡыл менән эш итәләр. Дин әһелдәрен үҫтергән ата-әсәләренә, туғандарына оло рәхмәтебеҙҙе юллай­быҙ. Ошо мәсеттә ололарҙы уҡытыу эше ойошторолған. Мәҙрәсәлә бик күптәрҙең дини белемдәре күтәрелә. Ә инде йәйге миҙгелдә йәш үҫмерҙәр өсөн ислам дине йолаларын өйрәнеү өсөн дәрестәр ойошторола. Был эштә Фәнүр хәҙрәт бик күп тырышлыҡ һала.


Йыл әйләнәһенә бында ҡорбан салыу ойошторола. Теләгән һәр кеше үҙ ваҡыты менән нәҙер ҡорбаны алдыра ала. Ә инде йома намаҙына килгәндәргә урын да етмәй хатта. Мәҫәлән, был йортҡа һәр ваҡыт ашҡынып киләм.

Тимур һәм Фә­нүр хәҙрәттәрҙең вәғәздәрен тын да алмай тыңлай халыҡ. Улар шул тиклем матур, бар кешегә аң­лайышлы итеп, тәфсирләп аңла­та. Шуғалыр ҙа инде мәсеткә халыҡ ағыла ла ағыла.


Фәнүр хәҙрәт Хоҙайғолов дин буйынса китаптар ҙа сығарырға форсат таба. Уның “Ислам нигеҙҙәре” һәм “Мәүлит китабы” тигән китаптары башҡорт телендә “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе. Ошондай кешеләр күберәк булғанда, динебеҙ, илебеҙ, халҡыбыҙ тип йәшәүселәр һаны артыр, тормошобоҙ тағы ла ҡотлораҡ, йәмлерәк булыр.


Өфө ҡалаһы.