Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Август 2019, 13:49

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Ҡорбан байрамы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика мосолмандарын изге Ҡорбан байрамы менән ҡотланы.

bashinform.ru
bashinform.ru
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика мосолмандарын изге Ҡорбан байрамы менән ҡотланы. Уның белдереүенсә, был яҡты көндәрҙә һәр бер диндар күңеленең иң түрендәге уйҙарында Аллаһ Тәғәләнең шәфҡәтенә өмөтләнеп мәңгелеккә мөрәжәғәт итә.
Радий Хәбировтың рәсми ҡотлауында: "Республика мосолмандары өммәтенең берләшеүе, дини ойошмаларҙың әүҙем, фиҙакәр эшмәкәрлеге арҡаһында Башҡортостанда быуаттар дауамында йәш быуында юғары әхлаҡи принциптар тәрбиәләргә ярҙам иткән күсәгилешлек традициялары һаҡлана. Ҡорбан байрамы яҡты, йомарт һәм шатлыҡлы булһын, ә беҙҙең изге эштәребеҙ конфессия-ара татыулыҡты һәм тыуған еребеҙ халыҡтарының рухи берҙәмлеген нығытыуға булышлыҡ итһен", - тиелә.
Читайте нас: